Һабаҡ ала белделәр01.03.2016
Һабаҡ ала белделәр Дөрөҫ уйлағанбыҙ, “Аҡ Барыҫ” еңел генә баш һала торған команда түгел. Әллә “Салауат Юлаев” үҙ көсөнә артыҡ ышандымы... Һәр хәлдә Ҡазанда йома көндө уҙған уйын беҙҙең көйәрмәндәр күңеленә шом һалды.

Күршеләр, һәр ваҡыттағыса, йәнтәслим алға ташланды. Ун минут тирәһе юлаевсылар лайыҡлы ҡаршылашты әле. Унан... даландары ташлап китте. Хужалар тәүге осор аҙағында иҫәпте асты. Һөҙөмтәлә өфөләрҙән Денис Хлыстов менән Дмитрий Макаров запасҡа ултыртылды. Икенсе осор башында Максим Гончаровтың яңылышыуынан файҙаланып, ҡазандар тағы бер шайба индерҙе. Осор аҙағында иһә иҫәпте 3:0 итеп ҡуйҙылар. Һүҙ юҡ, “Аҡ Барыҫ” ҙур теләк, тырышлыҡ арҡаһында еңде.
Әсе һабаҡ алды юлаевсылар. Йәкшәмбелә инде йыйнаҡ булдылар, иғтибарлы уйнанылар. Тиҙлекте арттырҙылар, күпселекте оҫта файҙаландылар. Әҙселектә булһалар ҙа, хужалар беренсе голды көтмәгәйне. Һөжүм бигерәк күҙ асып йомғансы булды шул. Үҙебеҙҙең зонанан Линус Умаркка бирелгән шайба бер-ике секундтан ҡаршы ҡапҡала ята ине инде! Күп тә үтмәне, йәнә ҡазандарҙың ҡапҡаһын штурмлағанда Сергей Соин өлгөрөрәк булып сыҡты.
Шаңҡып ҡалған “Аҡ Барыҫ” икенсе осорҙа хәл иткес алышҡа йыйынды. Әммә уның аҙағында ҡапҡаларынан беҙҙең Андреас Энгквист бәргән шайбаны сығарырға мәжбүр булды. Хәҙер инде “Салауат Юлаев” һаҡ уйнауға күсте. Эш эшләнде бит. Ләкин уяулығыбыҙ бер аҙ юғалдымы, әҙселектә булыуыбыҙ сәбәплеме, хужалар бер гол индереүгә өлгәште. Әммә башҡаса уңыш йылмайманы. Киреһенсә, матч аҙағында беҙҙең Антон Лазарев уларҙың буш ҡапҡаһына дүртенсе шайбаны сойорғотто. 4:1 – юлаевсылар көстәрен иҫбатланы.
Бөгөн Өфөлә – бишенсе осрашыу. Унда отолһалар, күршеләр өсөн миҙгел тамамланасаҡ. Ә юлаевсыларҙың хаталанырға хоҡуғы бар әле.




Вернуться назад