Яралы кейектәй алға ташланды “Аҡ Барыҫ”. Башҡаса хаталанырға ярамағанын яҡшы аңлай ине ул. Юғиһә “Салауат Юлаев” был алышта өҫкә сығасаҡ...Плей-офф уйындарының икенсе матчын көйәрмәндәр түҙемһеҙләнеп көттө. Тәүгеһендә өфөләрҙең уңышы осраҡлы булманымы? Дәғүәсе был юлы ниндәй көрәш алымын һайлар?
Осрашыу күп һорауҙарға яуап бирҙе. Шуныһы асыҡланды: ҡара тырышлыҡҡа өҫтәп һәләт, далан да кәрәк икән. Шулай булмаһа, юлаевсылар ҡунаҡтарҙың ике хоккейсыһы штраф эскәмйәһендә ултырғанда иҫәпте асыуға өлгәшер, ә ҡазандар шундай уҡ хәлдә төпһөҙ кәмәгә ултырыр инеме? Ни тиһәң дә, бөгөн “Салауат Юлаев” сафында оҫта уйынсылар күберәк. Күршеләрҙең һаҡсылары ла тилберерәк ҡыланмай – беҙҙең Денис Бодров менән Олег Сапрыкин үҙҙәренең голдарын уларҙың ҡапҡасыһы тәүге һөжүмде кире ҡаҡҡандан һуң индерҙе. Юлаевсыларҙың контрһөжүмен дә ике тапҡыр “йоҡлап ҡалдылар”. Һөҙөмтәлә еңеү йәнә беҙҙең яҡта (5:2).
Әммә йәрәхәт алыуҙар һағайта. Беренсе көндөкөнә өҫтәп, Максим Майоров менән Денис Бодров сафтан сыҡты. Ә бит плей-офф оҙон, һау-сәләмәт спортсылар кәрәк!
Хоккей серияһы әле Ҡазанға күсте. Бөгөн һәм йәкшәмбе хәл иткес уйындар уҙа. “Аҡ Барыҫ” хәҙер, ысынлап та, яралы кейек...