Стәрлетамаҡ ҡыҙы бит ул!24.02.2016
Александра Солдатова... Европа чемпионы. Команда составында ике тапҡыр донъя чемпионы. Шәхсән беренселектә ике көмөш миҙал эйәһе. Ә беҙ яҡташыбыҙ тураһында бер нимә лә белмәйбеҙ...

Уҙған ял көндәрендә Мәскәүҙә үткән нәфис гимнастика буйынса донъя Гран-прийы этабында күпалышта 17 йәшлек Александра Солдатова чемпион исемен яуланы. Бынан тыш, ҡулса һәм туп менән айырым ярышта шулай уҡ беренсе, таҫма менән сығыш яһауҙа икенсе урынды алды. Йәйгеһен иһә үҫмерҙе Бразилиялағы Олимпиада көтә.
Александра – Стәрлетамаҡ ҡыҙы. Биш йәштән гимнастика менән шөғөлләнә. Тәүге тренеры – Ольга Николаевна Назарова.
Белеүебеҙсә, спорт ҡорбан талап итә. Яҡташыбыҙға ла артабан үҫер өсөн Мәскәү өлкәһенең Дмитров ҡалаһына күсеп китергә тура килә. Һөҙөмтәлә Александра маҡсатына ирешә: 2014 йылдан ул ил йыйылма командаһы составына инә.



Вернуться назад