Ҡалаға әйләнә барған шаулы Иглин ҡасабаһының үҙәк урамын үтеп, уңға боролғас, гүйә, бөтөнләй башҡа донъя башланды. Төнгө буран яландың ап-аҡ юрғанын тағы ла ҡабартыңҡыраған, ағас-ҡыуаҡты бәҫкә бөркәндергән. Юл да йәнә ҡарға уралған. Ул һырынтынан тарайып ҡалһа ла, тыныбыҙ, киреһенсә, иркенәйеп китте кеүек. Айырыуса көрт ярып йөрөгән башҡорт аттарын күргәс... Эргәнән кашауай егелгән юртаҡ үтеп китте. Арыраҡ бер малайҙы эйәргә менеп ултырырға өйрәтәләр. Кәртә эсендә иһә өс-дүрт бала йылҡы малын һыйлау менән мәшғүл. Кәзә баҡырған, әтәс ҡысҡырған тауыштар ҙа ишетелеп ҡала. Барыһы ла ауылса.
– Әйҙәгеҙ, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырһығыҙ, – тип ихлас ҡаршы алды беҙҙе Иглиндың ат-спорт мәктәбе директоры Нәүфәл Әминев. – Әсе ел сығып торһа ла, икенсе сменала уҡыған балалар иртә менән йүгереп килеп етте. Төштән һуң уларҙы башҡалары алмаштырасаҡ. Көноҙоно кеше өҙөлмәй беҙҙән.
Нәүфәл Зәкәриә улы бында күптән эшләй. Учреждение урындағы хакимиәттең ауыл хужалығы бүлегенә ҡарағанда ла, аҙаҡ мәғариф идаралығына тапшырылғас та төп кеше булып ҡалған. Әйтеүенсә, үҙенә балалар менән эшләү ныҡ оҡшай.
– Тәрбиәсе һымаҡ инде беҙ, – ти директор ҡәнәғәтлек менән. – Ат-спорт мәктәбенә йөрөгән балалар ваҡытын бушҡа үткәрмәй, насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәй. Уларҙы күберәк ылыҡтырыу өсөн биләмәлә хоккей майҙансығы ла яһаныҡ. Йәйгеһен иһә футбол тибәләр. Ғөмүмән, ат-спорт мәктәбенең йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Билдәле булыуынса, былтыр был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та белдергәйне. Ул һәр районда бер нисә ат-спорт мәктәбе асыу, үҙ-ара бәйгеләр уҙғарыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, бындай учреждениелар булһа, йәш быуын вәкилдәре эшкә лә өйрәнеп үҫәсәк – йылҡы малын үҙҙәре тәрбиәләп тотасаҡ. Башҡа ҡайһы бер илдәрҙә ундай башланғыс тормошҡа ашырыла. “Ә беҙҙең төбәк халҡына йылҡысылыҡ борон-борондан таныш. Тамырҙарыбыҙ, күп йолаларыбыҙ атҡа бәйле”, – тине республика етәксеһе. Ысынлап та, йылҡы малына һөйөү балаларыбыҙҙың ҡанына һалынған. Уларға дөрөҫ тәрбиә биреп, боронғо йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға, кәсептәрҙе тергеҙеүгә ынтылырға кәрәк. Шуны ла оноторға ярамай: ат яратҡан баланың күңелендә яуызлыҡҡа урын булмай.
Бында бөтөн дәрестәр бушлай. Балалар һыбай, шулай уҡ санала, арбала йөрөргә өйрәнә, йылҡы малы хаҡында лекциялар тыңлай, уларҙы ашата, эсерә, һүрәткә төшөрә. Аттан тыш, ҡош-ҡорт, ҡуян, кәзәләр ҙә бар мәктәптә. Барыһы ла балаларға шул ҡәҙәр ныҡ өйрәнгән, күптәре ҡулға эйәләшкән.
– Ат-спорт мәктәбенә ҡасабанан ғына түгел, күрше ауылдарҙан, хатта Өфөнән йыш киләләр, – тип һүҙгә ҡушылды юлдашыбыҙ, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Шамил Ғабдуллин. – Район мәктәптәренә сиратлап экскурсия ойошторола. Ике йыл элек инвалид балалар менән шөғөлләнә башланыҡ. Белеүегеҙсә, иппотерапия – күп сиргә дауа. Физик күнегеүҙән, массаждан тыш, ул психик көсөргәнеште бөтөрә, үҙ көсөңә ышанысты арттыра. Бала шул уҡ ваҡытта йән эйәһе менән аралаша, малға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға өйрәнә. Ошо һәм башҡа өҫтөнлөктәрҙе барлап, “Уңайлы мөхит” тигән дәүләт программаһы буйынса артабан үҫеү, киңәйеү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Һәр кем, беҙгә килеп, дауалана ла, рәхәтләнеп ял итә лә аласаҡ.
Бында шөғөлләнгән балалар Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында ойошторолған бәйгеләрҙә даими ҡатнаша икән. Бер нисә мәртәбә тәүге урынды яулағандар. Күптәре район һабантуйы бәйгеһендә лә уҙышырға теләй. Был хыялдары ла тормошҡа ашыр: тренерҙары шәп.
– Эшкә килеп, һәр саҡ ҡәнәғәтлек алып ҡайтам, – ти араларынан Сергей Константинов. – Балалар шул ҡәҙәр тырыш. Шөғөлләнеү өсөн башҡорт тоҡомло 13 ат билдәләнгән. Уларҙы ҡышҡыһын ҡарауы ла еңел. Һыуыҡҡа сыҙамлы булғас, тибенгә сығарабыҙ. Бесән, һоло менән район хакимиәте ярҙам итә.
Ат ҡараусы Ришат Байтуғанов та шарттар менән ҡәнәғәт. Үҙенә 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Келәш ауылынан көн дә йөрөп эшләргә тура килһә лә, зарланмай. “Бәләкәйҙән атта үҫкәс, тормошомдо унһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти. – Тормошомда хаҡ юлды ат күрһәтте”.
Дәрес үткәрелгән кластың диуарҙары балаларҙың һүрәттәре менән биҙәлгән. Береһенән-береһе матур, сағыу эштәрҙә – күңел йылыһы, илһөйәрлек, ихласлыҡ, һоҡланыу. Әле биләмәлә гөрләшкән балаларҙың тауышында ла ошо уҡ тойғолар, үҙ көсөңә ышаныс сыңлағандай. Күҙҙәрҙә иһә – изгелек нуры. Ат-спорт мәктәптәре күбәйгән һайын, һис шикһеҙ, был тойғолар тәрәнәйер, аҡтамырҙай таралыр.