Ниһайәт, рәттән икенсе еңеү. Был юлы “Северсталь” командаһын ҡыйраттыҡ (3:0). Ләкин... сифаты юҡ бит уйындың!
Тиҙлек етешмәү, штраф эскәмйәһендә йыш ултырыу, һаҡ һыҙығының көсһөҙлөгө кеүек етешһеҙлектәр, өҫтәүенә күптәрҙең йәрәхәт алып уйнамауы хәл иткес матчтар алдынан шик-шөбһәгә һала. Андреас Энгквист менән Дмитрий Макаров ай аҙағынаса сафҡа баҫып өлгөрөрмө-юҡмы? Кирилл Кабанов кеүек баһадир кәүҙәле һөжүм итеүселәр ҙә плей-офта алтын хаҡына була торған...
Һәр ваҡыттағыса, Николай Прохоркин ҡыуандырҙы. Ике матчлыҡ дисквалификациянан һуң шөғөлөн һағынған, күрәһең. Өсөнсө голды беҙҙекеләр уның тырышлығы арҡаһында индерҙе.
Ә бөгөн Өфөгә күпкә оҫтараҡ команда ҡунаҡҡа килә. Мәскәүҙең ЦСКА-һы – чемпионат лидеры. Элекке юлаевсы Александр Радулов ҡапҡабыҙға нисә шайба индерер?..