Йөрәк бөтә, сәс ағара...03.02.2016
Йөрәк бөтә, сәс ағара... “Ҡыуырға кәрәк бөтәһен дә!” Рәттән бишенсе матчта отолғас, “Салауат Юлаев” көйәрмәндәре араһында ризаһыҙлыҡ көсәйҙе. Матур тамаша талап иткән кешене тынысландырып ҡара...

Ут күршебеҙ “Нефтехимик” ко­ман­даһына ла овертаймда отолғас (1:2), юлаевсыларға бер генә юл ҡалды. Йә киләһе уйында еңеп, көйәрмән ышанысын йәнә яуларға, йә сираттағы әрләү һүҙҙәрен ише­тергә. Түҙемлек шартлап һынырға ғына тора.
Дәғүәсе лә бирешергә теләмәй – Ҡаҙағстандың “Барыҫ”ы плей-офҡа эләгеү маҡсаты менән яна. Әле бы­ның өсөн уларға бер генә мәрәй етмәй. Тренерҙары ла – уҫаллығы менән даны сыҡҡан Ан­дрей Назаров.
Осрашыу башланыуға иркен тын алдыҡ. Ҡунаҡтарҙың йоҙроҡ алышы оҫтаһы Дамир Рыспаев уйнамай. Юғиһә был тафгайҙың беҙҙең бер-ике уйынсыны сафтан сығарғанын көт тә тор. Йәшәйбеҙ икән!
Әммә тәүге осор­ҙо 3:1 иҫәбенә та­мамлауыбыҙға ҡара­маҫтан, кәйеф төшә. Һаҡсы­ла­ры­быҙ эште боҙа бит, әй. Ярты минут эсендә ике шайба индереп, “Барыҫ” иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы – 3:3. Роман Дерлюк менән Филипп Метлюктың икеһенән бер яҡшы хоккейсы сыҡһасы! Юҡ шул. Уйлауы ла ҡур­ҡыныс, ҡалған алты һаҡсының берәйһе йәрәхәт алып ҡуйһа? Сәс ағарасаҡ икән әле...
Артабан йәш уйынсыбыҙ Степан Хрипуновтың КХЛ-да тәүге голына ла оҙаҡ ҡыуанып өлгөрмәнек. Ҡунаҡтар йәнә иҫәпте тигеҙләне – 4:4. Ярай әле матч аҙағында Олег Сапрыкиндың шәхсән оҫталығы хәүефте юҡҡа сығарҙы – 5:4. Әйт­кән­дәй, был уның КХЛ-дағы 500-сө уйыны ине. Тимәк, үҙенә шәп бүләк яһаны.
Чемпионат ахырынаса дүрт осрашыу ҡалды. Плей-офф уйындарын Владивосток ҡалаһының “Адмирал”ы менән башларбыҙ, ахыры.
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.



Вернуться назад