“Урал легендаһы” саҡыра03.02.2016
Белорет районында «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» туристик-рекреацион кластер төҙөлөшөн тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үтте.
Сарала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова, республика парламенты рәйесенең торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары Вячеслав Аброщенко, Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Роман Шәйхетдинов, экологтар, ғалимдар, ошо өлкәлә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҡатнашты.
– 2015 йылдың майында туристик-рекреацион кластерҙың концепцияһын әҙерләй башланыҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уҙғарған кәңәшмәлә Белорет районында эске туризмды үҫтереү йүнәлештәрен булдырыу бурысы йөкмәтелде. Беҙгә тотош Рәсәйҙән туристарҙы йәлеп итергә кәрәк. Эшсе төркөмгә Белорет һәм Әбйәлил райондары хакимиәте, «Абҙаҡ», «Морат» һәм «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәктәре, «Тәңре» экология берләшмәһе, «Ар ташы» ял базаһы вәкилдәре һәм башҡалар инде. Бөгөнгә концепция әҙер, ул Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты аша республика етәкселегенә тәҡдим ителәсәк, – тине Владислав Миронов.
Кластерҙың нигеҙе – «Морат», «Абҙаҡ» һәм «Яҡтыкүл» үҙәктәре. Улар Рәсәй баҙарында яҡшы билдәле, иң мөһиме – бер-береһенә яҡын урынлашҡан. 2014 йылда 336 мең кеше уларҙың канат юлы хеҙмәттәре менән файҙаланған. Эшмәкәрлектәре Урал һәм Себер биләмәһендә «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» кластерының конкурентлыҡҡа һәләтен тәьмин итергә мөмкинлек бирә.