Көрәш көслө рух тәрбиәләй29.11.2011
Көрәш көслө рух тәрбиәләй25 — 28 ноябрҙә Өфөнөң “Динамо” спорт комплексында VIII Бөтә Рәсәй Көрәш сәнғәте форумы үтте. Ярыш өсөн Башҡортостанды һайлауҙары осраҡлы түгел — беҙҙә көнсығыш көрәштең һәр төрөнә ҙур иғтибар бүленә.
2005 йылда ойошторолған Рәсәйҙең Көрәш сәнғәте союзы әле 50-нән ашыу федерацияны үҙ эсенә ала. Дөйөм алғанда, илдә көрәш төрҙәре менән 4,5 миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә.
Союздың Башҡортостандағы филиалы (етәксеһе — Марат Мәһәҙиев) 2006 йылда булдырылды. Ошо уҡ йылда Башҡортостандың Көрәш сәнғәте союзы йәмәғәт ойошмаһы төҙөлдө, уның рәйесе итеп Александр Соснин тәғәйенләнде. Әле ул каратэның бер нисә стиле, айкидо, таэквондо, ушу, кикбоксинг, тай һәм француз боксы, капоэйра, ҡул һуғышы, комбат үҙ-үҙеңде яҡлау, көнсығыш көрәш төрҙәре буйынса 23 төбәк федерацияһын берләштерә. Йыл да район, ҡала, республика, Рәсәй кимәлендә йөҙҙән ашыу ярыш, берҙәм акциялар, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр өсөн спорт фестивалдәре ойошторола.
Сираттағы ҙур сараларҙың береһе — VIII Бөтә Рәсәй Көрәш сәнғәте форумын асыу тантанаһында илдең Комбат үҙ-үҙеңде яҡлау федерацияһы президенты Рәфғәт Алтынбаев ҡатнашты. Ул форумда ҡатнашыусыларға уңыштар теләне, был ярыш төрҙәрен артабан ныҡлы үҫтереү теләген белдерҙе.
— Башҡортостан — Рәсәйҙең Көрәш үҙәге тип әйтергә мөмкин. Комбат үҙ-үҙеңде яҡлау Федерацияһын да бында юҡтан булдырманыҡ, — тине Рәфғәт Зәки улы. — Ғөмүмән, республикала спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Ошо йәһәттән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ҙур рәхмәт: барлыҡ етәкселәр ҙә шундай хәстәрлекте күрһәтә, ҡаҙаныштарға өлгәшә алмай.
Рәфғәт Алтынбаев Өфөлә Көнсығыш көрәш үҙәге төҙөү ниәтен дә белдерҙе.
— Көрәш кешелә рух, әхлаҡ, илһөйәрлек, күңел һәм тән сәләмәтлеге тәрбиәләй, — тине ул. — Әлбиттә, дөйөм күтәренкелек сәйәси хәлдән дә ғибәрәт. Һәр республикала, субъектта — ә улар беҙҙә 80-дән ашыу — берҙәм көс менән генә тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин.
Форумда Комбат үҙ-үҙеңде яҡлау буйынса Рәсәй беренселеге һәм I чемпионат үтте. Унда ҡатнашыу өсөн илдең 40-тан ашыу төбәгенән, Украина, Латвия, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Әрмәнстан, Румыния һәм Грециянан 900-ҙән ашыу көрәшсе килгәйне. Тантаналы саранан һуң айкидо, ушу, капоэйра, каратэ, сетокан, сито-рю буйынса республика федерацияларының күргәҙмә сығыштары булды, Башҡортостан спортсылары менән башҡа төбәк һәм илдәр вәкилдәре араһында кикбоксинг, таэквондо көрәштәре ойошторолдо. Рингта иң яҡшы файтерҙар көс һынашты.
Дилбәр ИШМОРАТОВА


Вернуться назад