Сәйер уйын булды был. “Өфө-Арена”ға “Салауат Юлаев” – “Трактор” матчына килгән көйәрмәндәр осрашыу бөткәнсә тиерлек ҡапҡаға шайба индереүҙәрен көтөп ултырҙы. Һәм көтөп алды ла. Тик... беҙҙең ҡапҡаға.Һуңғы осор уртаһында берҙән-бер гол булды ул. Йәл, ҡунаҡтар керетте. Шулай футбол иҫәбенә тамамланды уйын. Ә юлаевсылар сафында аңлашмаусылыҡ көсәйҙе. Хатта лидерҙар звеноһында ла. Һөжүм итеүселәрҙән, ғәҙәттәгесә, Николай Прохоркин менән Теему Хартикайнен айырылып торҙо. Әммә уларға ла был юлы бәхет йылмайманы.
Яңы йылда яҡташтарыбыҙҙың уйыны күңелгә шом һала. Бер осрашыуҙа еңһәләр, икенсеһендә мотлаҡ отолалар. Арынылармы? Ә бит теүәл бер айҙан плей-офф башлана. Әҙер булырҙармы?..