Афарин, Егор!20.01.2016
Афарин, Егор!Боҙҙағы мотоуҙыш буйынса донъя чемпионаты дебютанты, Өфөнән 19 йәшлек Егор Мышковец, Стремсунд ҡала­һында (Швеция) уҙғарылған һайлап алыу турнирының йомғаҡлау ярышында 4-се урын яулап, финалда ҡатна­шыу хоҡуғына эйә булды.

25 градус һалҡында үткән ярышта Мәскәүҙән Дмитрий Хомицевич еңеп сыҡты. Икенсе баҫҡыста — ике тапҡыр донъя чемпионы, Тольяттиҙың “Мега-Лада”һынан Даниил Иванов, өсөнсөлә иһә — уның командалашы Игорь Кононов. Һуңғы уҙыш алдынан Ғ. Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге спортсылары Егор Мышковец та, Сергей Карачинцев та, шулай уҡ Австриянан Манфред Зайфтер ҙа унар мәрәйгә эйә ине. Уларға Хомицевич менән (12 мәрәй) ярышырға тура килде. Хәл иткес алышта тәүҙә Карачинцев алға сыҡһа, икенсе урауҙа уны Хомицевич, артабан Мышковец уҙып китте. Һөҙөмтәлә Стремсундта рәсәйҙәр тәүге биш урынды яуланы.


Вернуться назад