“Салауат Юлаев” – “Динамо” (Минск). Бер уйлаһаң, ғәҙәти матч. Әммә был юлы беҙҙекеләрҙең еңеүен күңел нығыраҡ теләй. Ни өсөнмө? Тап шул көндә Өфөләге башҡорт гимназияһынан ике тиҫтәгә яҡын уҡыусы хоккей ҡарарға барғайны. Ә бала ҡыуанысын күреүҙән дә матурыраҡ күренеш бармы икән?!Өҫтәүенә бынан алдағы осрашыуҙа Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һынан 1:3 иҫәбенә отолоп ҡуйғайны юлаевсылар. Әйткәндәй, ҡунаҡ команда составында бер ай элек кенә тиерлек беҙҙеке һаналған Кирилл Кольцов та боҙға сыҡҡайны. Әллә ни иҫ китерлек оҫталыҡ күрһәтмәне, ләкин өфөләрҙең өс мәрәйҙән ҡолаҡ ҡағыуы арҡаһында уның етешһеҙлеге бигүк һиҙелмәне лә.
Минск командаһы лига “йондоҙо” һаналмаһа ла, тәүге осорҙа уйын тигеҙ иҫәпкә тамамланды (1:1). Ә икенсе өлөшөндә юлаевсылар уңышҡа нигеҙ һалды: бер-бер артлы ике шайба индерҙеләр. Әммә өсөнсө осорҙа өфөләр эш тамам тип һананы шикелле. Һаҡсы Филипп Метлюк ике тапҡыр яңылышты. Һөҙөмтәлә ҡунаҡтар биш минут эсендә ике гол керетеп, таблола ике “3” һанын яндырып та ҡуйҙылар. Йәнә овертайммы? Әллә буллитмы? Тағы сөй өҫтөндә ултырғандай тойормо үҙен көйәрмән? Уф... Ярай әле Теему Хартикайнен был бәләнән ҡотҡарҙы – 4:3!
Тир түгеп еңеү яуланды. Иң мөһиме – “Өфө-Арена”ға хоккей ҡарарға килгән теге малайҙар ат менгәндәй ҡыуанып ҡайтты.