Ике “бәһлеүән”дең алышы03.03.2012
Ике “бәһлеүән”дең алышыНиһайәт, башланды! Яҙ миҙгелен һәм плей-офтың уйындарын "Салауат Юлаев" Ҡазандың "Аҡ барыҫ"ы менән көс һынашыуҙан башланы. Сер түгел, бөгөн бөтә хоккей донъяһы ошо ике чемпиондың киҫкен көрәшен күҙәтә. Тәүге осрашыу алдынан белгестәрҙең күпселеге өҫтөнлөктө "Аҡ барыҫ"ҡа бирҙе – ни тиһәң дә, ике тапҡыр чемпион бит әле! Ә регуляр чемпионатты еңелеүҙәр теҙмәһендә тамамлаған "Салауат"тың мөмкинлегенә күптәр шикләнеп ҡараны.
Әммә Ҡазанда үткән тәүге осрашыу бик күптәрҙең хәтерендә оҙаҡҡа ҡалыр, моғайын. Бигерәк тә "Аҡ барыҫ" уйынсыларының һәм тренер штабының. Уйын үтә лә көсөргәнешле килеп сыҡты, тәүге осорҙа берәү ҙә баш бирергә теләмәне. Хоккей донъяһының үрҙәрен яулаған ике “бәһлеүәндең” осрашыуында башҡаға өмөт итеп тә булмай ине.
Плей-офф алдынан беҙҙең һаҡсы Виталий Прошкин: "Был ҡаршылыҡта кемдәр аҙыраҡ яңылышасаҡ, шулар еңәсәк", – тигәйне. Тап шулай килеп сыҡты, һәм тәүҙә "Аҡ барыҫ" уйынсылары яңылышты. Ҡапҡасы алдына икәүгә-икәү сығып, Александр Радулов Виталий Прошкинға пас бирҙе. Ил чемпионаттарында меңдән ашыу осрашыу үткәргән тәжрибәле уйынсы яҙа һуҡманы.
Моғайын, был Александр Радуловтың һәм һаҡсыларыбыҙҙың көнө булғандыр. Икенсе голды ла зәңгәр линиянан Виталий Прошкин сәпәне. Көйәрмәндәре алдында һыр биргеһе килмәгән "Аҡ барыҫ" һөжүмгә ташланды. Был минуттарҙа беҙҙекеләргә бик ныҡ "тирләргә" тура килде. Әммә Ҡазан уйынсылары һөжүмгә ынтылып, үҙ ҡапҡаһын һаҡларға онотто, буғай. "Салауат" тап ошоно ғына көткәйне шикелле. Контрһөжүмдә өсөнсө шайбаны, һаман да шул тынғыһыҙ Радуловтың ҡулынан, Мирослав Блатяк Петри Веханендың ҡапҡаһына ырғытты. Һуңғы минуттарҙа "Салауат"тың да, "Аҡ барыҫ"тың да уйынсылары бик күп яңылышты, ҡайһы берәүҙәргә штраф эскәмйәһендә ултырып сығырға тура килде. Осрашыуҙың һуңғы минуттарында "Салауат" уйынсылары бөтөнләй әҙселектә ҡалды. Әммә был кистә "ҡороға" еңелеп килгән Ҡазан хоккейсылары беҙҙең ҡапҡаға бер шайба ла ырғыта алманы. Шулай итеп, юлаевсылар плей-офтың беренсе уйынында ышаныслы еңеү яуланы: 3:0!
Плей-офф алдынан "Аҡ барыҫ"тың баш тренеры Владимир Крикунов "Салауат"тың берҙән-бер кәмселеге итеп, уның бик үк ышаныслы уйнамаған ҡапҡасыларын атағайны. Бәхеткә күрә, ул яңылышты. Был осрашыуҙа ҡапҡасы Эрик Эрсбергтан да ышаныслыраҡ уйнаған берәү ҙә булмағандыр. Хәүефле осраҡтарҙа ла тап уның сослоғо менән беҙҙең ҡапҡа "ҡоро" көйөнсә ҡалды.
Шулай итеп, плей-офта "Салауат Юлаев" тәүге еңеүен яуланы! Әммә тынысланырға иртәрәк: "Аҡ барыҫ" тиҙ генә баш биреп бара торған командалар иҫәбендә түгел. Шуға күрә "Салауат"тың тренерҙар штабын да, уйынсыларҙы ла, уларҙың меңәрләгән тоғро көйәрмәндәрен дә алда бихисап йоҡоһоҙ төндәр көтә әле!
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад