Ҡапҡасыға Яңы йылға иң ҙур бүләк нимә, беләһегеҙме? Һуңғы уйында ҡапҡаһына бер шайба ла индертмәү! Юлаевсы Никлас Сведберг был йәһәттән бәхетле.Көйәрмәндәр ошолай уйнаған осраҡты “сохарый” тип йөрөтә. “Салауат Юлаев”тың “Витязь” командаһы менән осрашыу һөҙөмтәһе – Никлас өсөн быйылғы миҙгелдә өсөнсө уңыш. Бигерәк “тәмле сохарый” булды ул.
Әлбиттә, байрам айҡанлы ҡыҫҡа тәнәфескә яҡшы кәйефтә китке килә. Хоккейсыларыбыҙ үҙҙәренә лә, беҙгә лә шундай бәхет бүләк итте. Мәскәү өлкәһенән килгән ҡунаҡтарға мәрәй йыйырға бер генә мөмкинлек тә бирмәнеләр. Тәүге осор голһыҙ ғына үтһә лә, икенсеһендә Захар Арзамасцев менән Максим Майоров иҫәпте 2:0 итеп, күңелде тынысландырҙы. Ә инде матч бөтөргә 16 секунд ҡалғас, Александр Логинов буш ҡапҡаға өсөнсө шайбаны индереп, уйынға матур нөктә ҡуйҙы – 3:0.
Юлаевсылар яңы йылда беренсе матчын 4 ғинуарҙа уҙғара. Уларҙы Хабаровскиҙа “Адмирал” көтөп торасаҡ.