Изге ниәт берләштерә29.12.2015
Изге ниәт берләштерә Йәш быуындың һаулығы, әүҙемлеге һәм илһөйәрлеге – Рәсәйҙең төп байлығы. Яҡты киләсәк теләйбеҙ икән, балаларҙы сәләмәт тормошҡа, спортҡа, ижадҡа нығыраҡ ылыҡтырырға тейешбеҙ. Был йәһәттән республикабыҙҙың Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусаҡаев етәкселегендәге Полиатлон федерацияһы бик ҙур эш башҡара.
Яңыраҡ В. Комаров исе­мен­дәге Өфө ҡала балалар ижады һарайында Пар­а­лим­­пия йүнә­лешендәге ярыш­тарҙа ҡат­наш­ҡан уҡыу­сылар һәм Башҡорт­ос­тандың Полиатлон фе­дера­цияһындағы иң яҡшы спортсы­лар өсөн хәйриә кон­церты булды. Унда ха­лыҡ-ара кимәлдә таныл­ған саксофонсы-вокалсы Асҡар Һаҙыев, үҙәк теле­канал­­дағы “Дан минуты” конкурсы фи­налсыһы Константин Нау­мов, шулай уҡ балалар ижады һарайының йыр, бейеү коллек­тивтары сығыш яһа­ны. Сара барышында полиатлон буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, былтыр Европаның абсолют чемпионы булған, Донъя кубогын яулаған, быйыл “Донъя­ның абсолют чемпионы” исемен алған Никита Головин, Рәсәйҙең спорт мастеры, ил кү­ләмендәге ярыштар еңеүсе­һе Әҙилә Ғәлиәхмәтова, баш ҡала­быҙҙың олимпия резер­вын­дағы 6-сы балалар-үҫмер­ҙәр спорт мәк­тәбендә уҡыған паралимпиясылар Рияз Абдураимов, Ирина Әсәҙуллина, Алһыу Насирова, Екатерина Шмелева, Александра Угланова, Алмас Абдуллин, Анна Кобелева, Гөлназ Ғәниева, Дмитрий Новичков, Рушан Кәримов, Владимир Елизарьев, Андрей Тимеров бүләкләнде.
Хәйриә концертын ойош­тор­ғанда Полиатлон феде­рация­һына Өфө ҡалаһы хакимиә­тенең мәғариф ида­ралығы, Ленин районы ха­кимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты ныҡ ярҙам иткән. Спортта ҙур уңыш­тарға өлгәш­кән балаларҙың бүләккә “БКС Премьер”, “ИТС СОФТ” ке­үек фирма­ларҙан махсус экипировка, “Таш сәсел­мәләр” мага­зиндар селтә­ренән, “Саната” ме­дицина кли­ника­һынан, Аб­дул­лин­дарҙың баҡса үҙ­генән сертификаттар алыуы ла йәш быуын­дың сәләмәтлегенә, ватан­сылыҡ тәрбиәһенә ҡарата битараф булма­ғандарҙың күплеген дәлилләй.
– Өфөнөң Ленин райо­нын­дағы мәктәптәрҙә һәм Баш­ҡорт­остандың Юғары спорт оҫ­талығы үҙәгендә физик мөм­кин­лектәре сик­лән­гән­дәрҙе әүҙем тор­мошҡа йәлеп итеүгә ифрат яуаплы ҡарайҙар. Изге ниәттәре­беҙҙе хупла­ған­дары, аңлап ҡабул иткән­дәре өсөн барыһына ла рәхмәтлебеҙ, – ти республи­каның Полиатлон феде­рацияһы рәйесе урын­баҫары, “Олимп-медиа” продюсерлыҡ үҙәге етәксеһе Илдус Бикмәтов.




Вернуться назад