Шведтар арымаймы?25.12.2015
Шведтар арымаймы? Тәнәфес бөттө Континенталь хоккей лигаһында. Ул арала “Беренсе канал кубогы”на турнирҙа Рәсәй йыйылма командаһы мәсхәрәгә ҡалды. Аҙаҡҡы урынды алды ул. Беҙҙең хоккейсылар арыны, тип сәбәбен тапты тренерҙар.

Ә шведтар арымаймы ни? “Салауат Юлаев” сафындағы Никлас Сведберг, Линус Умарк, Андреас Энгквистың һуңғы икәүһе үрҙә телгә алған ярышта ла һынатманы, шишәмбелә Мәскәүҙең “Дина­мо”һын ҡыйратыуға ла тос өлөш индерҙе. Ә Сведберг иһә уйындың төп геройы булып танылды.
Аҙаҡҡы ваҡытта “Динамо”ның эше бешмәй. Һөжүм итеү оҫталығы менән дан алған команда йыш отола. Юлаевсылар шунан файҙаланды ла инде. 2:0 иҫәбенә еңеүгә өлгәштеләр. Ләкин беҙҙең командала биш-алты кешенән башҡа ышаныслы хоккейсы булмауы күңелде ҡыра. Тиҙҙән – плей-офф. Лидерҙар йәрәхәтләнә башлаһа, кем уйнар?
Миҙгел алдынан күп кенә спортсылар менән хушлаштылар. Улар урынына килгәндәре өмөттө аҡламаны. Тимәк, Гагарин кубогын яулау хыялда ғына ҡаламы инде?..



Вернуться назад