Һай, афарин, егеттәр!19.12.2015
Һай, афарин, егеттәр! Районда сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бигерәк тә волейбол, баскетбол, хоккей, бокс, милли көрәш һәм саңғы спорты киң таралған. Район үҙәгендә генә түгел, күп ауылдарҙа ла хоккей майҙансыҡтары булдырылған.

Күптән түгел әбйәлилдәрҙең данын йәнә арттырып, волейбол буйынса район йыйылма командаһы республика чемпионы исемен яуланы. Команда етәксеһе Ирек Мусин белдереүенсә, көсөргәнешле ярыш Күгәрсен районында үткән, төрлө төбәктәрҙән иң көслө 16 команда ҡатнашҡан.
– Егеттәр менән финалға сығы­рыбыҙға шик юҡ ине, әммә чемпион исемен яулауға ышаныс аҙыраҡ булды. Команданың берҙәм һәм дуҫ булыуы, уйынсыларҙың бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап тороуы оло еңеү килтерҙе, – ти Ирек Әғзәп улы.
Волейбол уйнарға яратыусылар төрлө ауылдарҙан йыйылған, араларында ситтә белем алған студенттар ҙа бар. Шуға күрә күнек­мәләрҙе йыш үткәреү мөмкинлеге юҡ, әммә егеттәрҙең дәрте, сәме етерлек. Ә спортта бындай сифат — иң мөһиме. Әйткәндәй, район данын танытыусылар менән дә таныштырып үтәйек. Улар – Рус­лан Илһамов, Илмир Бүләкбаев, Илнур Мусин, Заһир Ғиниәтов, Тимур Йыһаншин, Мират Латипов, Таһир Йәһүҙин, Венер Боҫҡонов һәм Сыңғыҙ Юлмөхәмәтов.


Вернуться назад