Елдәр менән уҙышып19.12.2015
Елдәр менән уҙышып Белорет ҡалаһында СССР-ҙың спорт мастеры Рөстәм Шәйхелисламов иҫтәлегенә тау саңғыһы спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярышы уҙғарыла.

Бындай сара беренсегә 1987 йылда “Морат” тау саңғыһы үҙә­ген­дә үткәрелгәйне. Ул күнекмәләр барышында фажиғәле һәләк булған Советтар Союзының йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы Рөстәм Шәйхелисламов иҫтәлегенә арналды.
Һуңғы йылдарҙа Белоретта тейешле шарттар булмау арҡа­һында, ярыштар Абҙаҡтағы һәм Яҡтыкүлдәге тау саңғыһы үҙәктәрендә ойошторолдо. Ике йыл элек “Морат” үҙәге рекон­струкцияланғас, сара ҡабаттан был төбәктә үткәрелә башланы.
Ярыш Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты федерацияһының календарь планына индерелде. Унда иле­беҙҙең төрлө төбәктәренән күп спортсылар ҡатна­ша. Быйыл иһә 2002 – 2003 йыл­дар­ҙа тыуған егеттәр һәм ҡыҙҙар көс һынаша.




Вернуться назад