Баһадирҙар, һеҙ ҡайҙа?12.12.2015
Баһадирҙар, һеҙ ҡайҙа? Өфөлә декабрь аҙағында XII Бөтә Рәсәй хәрби сәнғәт форумы үтәсәге тураһында хәбәр иткәйнек инде. Рәсәй хәрби сәнғәт союзының Башҡортостан буйынса филиалының вице-президенты Александр Сосниндың һүҙҙәренә ҡарағанда, сараға етди әҙерлек алып барылған, бәйгеселәрҙе генә көтәләр.

Унда илебеҙҙең 45 төбәгенән бер мең тирәһе спортсының ҡатнашыуы көтөлә. Турнир ойошманың ун йыллыҡ юбилейына арналасаҡ.
Рәсәйҙә спорттың хәрби сәнғәт төрөнөң йылдан-йыл абруйы арта бара, уның менән 4,5 миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә. Владивосток ҡалаһынан алып Калининградҡа хәт­лем ойошма филиалдары уңышлы эшләй. Респуб­ликабыҙҙа иһә 17 мең тирәһе үҫмер секцияларға йөрөй.
Александр Аркадиевич белдереүенсә, был – спорт­тың өр-яңы төрө, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡ­һыныу уятырға өлгөргән.





Вернуться назад