Их, теш үтмәне...11.12.2015
Их, теш үтмәне... Былтырғы Гагарин кубогы хужаһы СКА быйыл абына ла һөрөнә. Уртаса командалар рәтенә төштө. Өфө хоккейсылары ла бер мәл иң артта һөйрәлгәйне. Әле нисек уйнарҙар?

Хәҙер “Салауат Юлаев” – “атта”! Шуға ла көйәрмән тик еңеү көтә. Ләкин ҡапҡан һайын ҡалъя булмай шул...
Матч уңышһыҙ башланды. Тәртип боҙоп, ике тапҡыр әҙселектә ҡалдыҡ. Хужалар быны оҫта файҙаланды: ике шайба индерҙеләр. Күңелгә шом тулды: СКА-ла ил йыйылма командаһына ингән Ковальчук, Дадонов, Шипачев уйнай, ҡыуып етеп булырмы?.. Уф, ярай беҙҙекеләр ҙә төшөп ҡалған­дарҙан түгел. Өс тапҡыр һөҙөмтәле һөжүм итеүгә, юлаевсылар алға сыҡты – 3:2. Максим Майоров менән Игорь Григоренконың голдары ҡарап туй­маҫлыҡ ине!
Әммә һуңғы осорҙа бәхет йылмайманы шул. Аҙаҡҡы минуттарҙағы штраф алыуҙар ҙа иҫәпте тигеҙләүгә ышанысты бөтөрҙө. СКА бер-бер артлы өс шайба индереп, еңеүҙе нығытып ҡуйҙы. Их, теш үтмәне дәғүәселәргә...
Бөгөн КХЛ-дағы сираттағы тәнәфес алдынан һуңғы матч. Беренсе канал кубогына турнир уҙғас, 22 декабрҙә ҡунаҡҡа Мәскәүҙең “Динамо”һын көтәбеҙ.




Вернуться назад