Элек көнләшә инек29.11.2011
Элек көнләшә инекСит илдәрҙә хаҡлы ялға сыҡҡан граждандарҙың, хатта 70 — 80 йәшлектәренең дә алыҫ ҡитғаларға сәфәр сығыуын, сәйәхәт ҡылыуын ишетеп, берсә һоҡлана, берсә ғәжәпләнә һәм хатта көнләшә лә инек. Аптырарлыҡ та ине шул: нисек аҡса туплайҙар ҙа төбәктәр буйлап гиҙерлек дәрт-дарманды ҡайҙан алалар? Ниһайәт, беҙҙең пенсионерҙарға ла бәхет йылмайҙы. Республикала хаҡлы ялдағыларҙың тормошон сағыулатыу, үҙҙәрен йәмғиәттән ситтә тоймаһын һәм уларға хәстәрлекте арттырыу маҡсатында ҡарар ителгәйне социаль туризмды ойоштороу. Әйткәндәй, был пилот проекты илдә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда тормошҡа ашырыла башланы.
“Башҡортостан Республикаһында 2011 йылға социаль туризмды үҫтереү” программаһы апрелдә ҡабул ителде. Пенсионерҙарҙың ике төркөмөнә Төркиәгә барып ҡайтыу бәхете тейҙе лә инде. Сәйәхәт ҡылыу ни бары биш мең һумға төштө. Байтағы шифаханаларҙа ял итте. Күптән түгел оло йәштәгеләрҙең “Йоматау” шифаханаһында ялын нисек файҙалы һәм күңелле үткәреүенә үҙебеҙ күреп ышандыҡ.
Республиканың ҡала һәм райондарынан килгән 472 пенсионерҙың һаулығын нығытҡан мәлгә тап булдыҡ.
Берәүҙәр бассейнға, икенселәр — дауалау ваннаһына, өсөнсөләр массаж йәки парафин менән дауалау бүлмәләренә ашыға. Ә 235 кеше льготалы путевка буйынса ял итеп өлгөргән дә инде.
Проект 26 сентябрҙән генә тормошҡа ашырыла башлаһа ла, унда ҡатнашырға теләүселәр күп, сөнки путевка хаҡына һәр кемдең “көсө” етерлек, ял итеүселәр ни бары 30 процентын ғына (4760 һум) түләй. Барлыҡ процедуралар ҙа путевка хаҡына инә. Һөҙөмтәлә ун көн эсендә табип тәғәйенләгән дауаны алалар. Ә шифахананың алыштырғыһыҙ бренды булған ҡымыҙ хаҡында һүҙ ҙә юҡ, ул барыһына ла килешә.
Социаль путевкалар буйынса ял итеүселәрҙең һәр береһе республика Хөкүмәтенең һәм етәкселәрҙең хәстәрлеге өсөн оло рәхмәтле. Мәҫәлән, Өфөнән Любовь Сущенкоға путевканы оҙаҡ көтөргә тура килмәгән, мәсьәлә ни бары бер аҙна эсендә хәл ителгән.
— Шифаханала иҫ китмәле мөләйем һәм иғтибарлы хеҙмәткәрҙәр ҡаршы алды. Ял итеүселәр араһында таныштарымды ла осратып ҡыуандым. Зауыҡлы йыһазландырылған яҡты бүлмәләргә урынлаштырҙылар. Уңайлыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Элек Кисловодск, Ессентуки шифаханаларында булырға тура килгәйне, әммә үҙебеҙҙә һәйбәтерәк икән. Республикабыҙ Президентына оло йәштәгеләргә хәстәрлек күреүҙе арттырыуы өсөн ҙур рәхмәт, — тине ул.
Һаулығын нығытыуға мохтаждар, ысынлап та, байтаҡ. Шифахана директоры урынбаҫары Айҙар Әлибаев әйтеүенсә, күптәр полиартрит, артроз, тын алыу юлдары сирҙәренән яфалана, барыһында ла тиерлек гипертония күҙәтелә. Шуға күрә табиптар ун көн эсендә өлкәндәрҙең хәлен мөмкин тиклем еңеләйтергә тырыша.
Ял ваҡыттары ла файҙалы һәм күңелле үтә. Һәр көн төрлө темаға кисәләр ойошторола. Өфөгә экскурсияға ҙур теләк менән баралар, баш ҡалала театр тамашаларын да ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар.
Ял итеүселәр рәхмәт һүҙҙәрен гәзит аша белдереүҙе лә үтенде. Көйөргәҙе районының Мораптал ауылынан Миңлегөл Әбдрәшитова менән Миңнур Ғисмәтуллина — участка дауаханаһының шәфҡәт туташтары. 35 йыл эшләү осоронда бер ҡайҙа ла ял итеү форсаты теймәгән.
— Ғариза биргәс тә путевка алырыбыҙға ышанып етмәгәйнек. Оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Ялдан шул тиклем ҡәнәғәтбеҙ, хеҙмәтләндереү яҡшы кимәлдә, — тине улар.
Октябрьский ҡалаһынан Надежда Андриянова ла шифаханала бик иғтибарлы булыуҙарын, һәр кемгә ихтирам менән ҡарауҙарын телгә алды.
— Санкт-Петербургка ла путевка бар ине, әммә мин “Йоматау”ҙы һайланым. Был программала барлыҡ пенсионерҙар ҙа ҡатнаша алһын ине. Ҡайһы берәүҙәр бит ғүмерендә баш ҡаланан да ары сыға алмай. Проекттың артабан да дауам ителеүен теләйем, — тине ул.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ирле-ҡатынлы Матюшиндарҙан да йылы һүҙҙәр генә ишеттек. “Йоматау” хатта беҙҙе йәшәртеп ебәрҙе, бындағы йылы мөхит күңелде күтәрә, ифрат ҡәнәғәтбеҙ, ти улар.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Элек көнләшә инек


Вернуться назад