Батырға ла ял кәрәк09.12.2015
Батырға ла ял кәрәк Көйәрмән гел өмөтләнеп йәшәй. Башҡаса булыу мөмкин түгел. Уҙған матчта еңелгән “Салауат Юлаев” та ышанысты аҡланы – лидерҙарҙың береһен ҡыйратты!

Ярославлдә “Локомотив”ҡа ҡаршы уйын башында шик-шөбһәгә төштөк: йәнә “ҡара һыҙаты” башландымы юлаев­сыларҙың? Өфөлә отолғандың ҡонон ҡайтарып булмаҫ, бигерәк яйһыҙ ҡыланалар түгелме? Икенсе осорҙа ғына иркен тын алдыҡ, ниһайәт, беҙҙекеләр иҫәпте асты. Миҙгел дауамында “Автомобилист”ан үҙебеҙгә ҡайтҡан Александр Логинов шайба индерҙе. Өсөнсөһөнөң уртаһында хужалар һөҙөмтәле яуап бирҙе биреүен. Ләкин күп тә уҙманы, Игорь Григоренко һәм Андреас Энгквист тырышлығы менән бер-бер артлы ике гол үткәреп, уңышты нығытып ҡуйҙыҡ.
Шуныһы һөйөнөслө: Михаил Воробьев, Александр Нестеров, Антон Лазарев кеүек бығаса әллә ни күҙгә салынмаған хоккейсыларыбыҙ ҙа шәп уйнай башланы. Эйе, миҙгел оҙон, шуға күрә Умарк, Макаров, Григоренко һымаҡ оҫталарға ял һәм ярҙам кәрәк. Юғиһә плей-офҡа хәл дә, көс тә ҡалмаҫ.
Бөгөн юлаевсылар Мәскәүҙә “Спартак” командаһы менән сәкәләшә. Эштәр уңай барһа, конференция лидерын ҡыуып етмәҫбеҙ тимә. Унан ике мәрәйгә генә ҡалышабыҙ.




Вернуться назад