Өфөләге ишетеү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн коррекция мәктәп-интернатында республиканың ошондай дөйөм белем биреү учреждениеларынан спорт өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларға “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды тарафынан премиялар тапшырылды.Сарала ҡунаҡтарҙы еңел атлетика буйынса 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионкаһы, Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты Рима Баталова сәләмләне. Бүләкләү тантанаһына Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашҡан коррекция мәктәп-интернаттарынан ярыштарҙа иң күп еңеүҙәр яулаған биш уҡыусы саҡырылғайны. Улар араһынан, әле мәктәп йәшендә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Ирина Токарева менән Альберт Косенко Башҡортостандың йөҙөү буйынса йыйылма командаһына инә. Ә иң йәш спортсы Дарина Ғилуанова – III класс уҡыусыһы ғына. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнһә лә, рухтары ныҡ, көслө уларҙың.
Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты Рима Баталова:
– Спортта уңыштар теләйем һеҙгә! Бары көслө ынтылыш булғанда ғына уға ирешергә мөмкиндер, ә төп маҡсат – Паралимпия уйындарында еңеү. Тимәк, алға, бары алға! – тигән теләктәрен дә еткерҙе йәштәргә.