Ап-аҡ ҡарҙан һуң сайҡалып-айҡалып ятҡан һыу даръяһын күрһәгеҙ, онотолоп, ләззәтләнеп ял иткегеҙ килер ине, эйеме? Юлаевсыларҙы ла Ҡара диңгеҙ шулай тәьҫирләндерҙе, ахыры. Бер генә мәлгә иғтибарҙы юғалттылар ҙа... язаһын алдылар.Сочи ҡалаһында уҙған сираттағы уйынды күҙ уңында тотоп әйтәм. КХЛ-дың иң йәш командаһы “Сочи” 2014 йылда ғына барлыҡҡа килде. Былтырғы миҙгелдә әллә ниндәй уңышҡа өлгәшмәһә лә, әле хатта данлыҡлы командалар менән типә-тиң көрәшә. Бөгөн уның сафында ике элекке юлаевсы бар – Петр Счастливый менән Евгений Скачков. Тәүгеһе һөҙөмтәле пас бирһә, һуңғыһы беҙҙең ҡапҡаға шайба индереүгә өлгәште.
Хәйерһеҙ башланды “Салауат Юлаев” өсөн матч. Әҙселектә ҡалып, өс минут үтер-үтмәҫтән гол үткәрттек. Ә беренсе осор тамамланыуға таблола 5:1 һандары яна ине...
Ҡапҡасыны алмаштырып, тырышып ҡараһаҡ та, хужаларҙы ҡыуып етеп булманы. Иғтибарһыҙлыҡ ҡамасауланы. Икенсе осор аҙағына көстө тигеҙләргә мөмкинлек бар ине бит. Иҫәпте ҡыҫҡартҡас, ирәйеберәк киттекме, йәнә ҡапҡаға шайба индерттек. 7:5 – “Сочи” осрашыуҙа отто.
Хәйер, танауға сирткәнгә риза булып тормаҫ юлаевсылар. Беҙҙең ҡыуаныр көндәр алда, тип юрайыҡ.