Оҫта урын һайламаҫ04.12.2015
Оҫта урын һайламаҫ Өфө боҙонда Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән осрашҡан көнгә Дмитрий Макаров йүнәлде. Иң борсоғаны шул ине: уның урынында үҙ уйынын тапҡан Николай Прохоркинды нимә эшләтерҙәр? Булғанды емереүе еңел дә бит...

Афарин, тренерҙар! Николайҙы Максим Майоров менән Теему Хартикайнендан айырманылар. Һәм ул беренсе минутта уҡ уңышҡа өлгәште. Ә Дмитрийҙы, киреһенсә, дүртенсе звеноға ҡуйҙылар. Был оҫта ла юғалып ҡалманы – матур гол индерҙе.
Ғөмүмән, баш тренер Игорь Захаркин көслө коллектив туплай алды. Ҡарағыҙ: “Металлург” менән матчта бөтә звено хоккейсылары ла шайба индерҙе. Әйткәндәй, юлаевсылар уйын уртаһында 5:0 иҫәбенә еңеп бара ине инде! Көйәрмәндәрҙе бер генә һорау борсоно: ҡунаҡтарҙың данлыҡлы Сергей Мозякины өндәшмәй ҡалмаҫ бит? Ысынлап та, “Металлург” бындай хурлыҡҡа түҙмәне, ике тапҡыр һөҙөмтәле яуап бирә алды. 6:2 – шулай ҙа еңеү беҙҙә!
Иртәгәнән юлаевсыларҙы ауыр сәфәр көтә. “Сочи”, “Локомотив”, СКА командалары менән уйнарға кәрәк буласаҡ.




Вернуться назад