Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә...02.12.2015
10 декабрҙә Өфөләге “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә комплексында шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужина ҡатнашлығында пенсионерҙар араһында рус шашкаһы буйынса уйын ойошторола.
Өлкән йәштәгеләр был көндә “шашка батшабикәһе” менән көс һынаша ала. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башланған турнирға (347) 246-41-36 телефоны аша яҙылырға мөмкин.
Әйткәндәй, сара 10-12 декабрҙә эшләйәсәк “50 Плюс. Өлкән йәштең барлыҡ ыңғай яҡтары” тип аталған күргәҙмә сиктәрендә уҙғарыла. Социаль йүнәлештәге проект өлкәндәргә ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереүгә йүнәлтелә. Уның маҡсаты — пенсионерҙарға заманса тормошҡа уңышлы яраҡлашыуҙа булышлыҡ күрһәтеү, уларҙы ҡыҙыҡлы сараларға йәлеп итеү, һаулыҡҡа иғтибарҙы арттырыу.
Бынан тыш, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы республикабыҙҙы “Ҡартлыҡ шатлыҡ булған ҡала” программаһында ҡатнашыусылар иҫәбенә лә индерҙе. Әле төбәктә 800 меңгә яҡын өлкән йәштәге граждан йәшәй.