Хәрби әҙерлек мәктәбе02.12.2015
Беҙҙең республикала спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, декабрь аҙаҡтарында Өфөлә үтәсәк XII Бөтә Рәсәй хәрби сәнғәт форумына етди әҙерлек алып барыла. Ошо турала матбуғат конференцияһында Рәсәй хәрби сәнғәт союзының Башҡортостан филиалы вице-президенты Александр Соснин һөйләне.

Сара ойошманың ун йыллыҡ юбилейына арналып, йолаға ярашлы Өфөлә үтәсәк. Унда илебеҙҙең 45 төбәгенән бер мең тирәһе спортсының ҡатнашыуы көтөлә.
Бөгөн Рәсәйҙә спорттың хәрби сәнғәт төрө менән 4,5 миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә. Калининград ҡалаһынан алып Владивостокка хәтлем ойошманың филиалдары уңышлы эшләй. Республикабыҙҙа иһә 17 мең тирәһе үҫмер секцияларға йөрөй.
– Был – спорттың өр-яңы төрө, – тине Александр Аркадиевич. – Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятырға өлгөрҙө лә инде. Компьютер артында ултырыусылар күп, тиҙәр, әммә спортҡа ла ылыға үҫмерҙәр. Хәйер, армияға барыу алдынан ҙур әҙерлек мәктәбе ул. Сығым да күп талап ителмәй.
Һөйләшеүҙә күптән түгел Звенигород ҡалаһында каратэның бөтә төрҙәре буйынса Рәсәй чемпионатында Башҡортостан йыйылма командаһының уңышлы сығыш яһауы тураһында ла һүҙ булды.


Вернуться назад