Себеште яҙ һанайҙар01.12.2015
Себеште яҙ һанайҙар Эйе, был уйында себеште яҙ һанайҙар. Миҙгел башында – ике ай элек кенә – “Салауат Юлаев” КХЛ-да иң аҙаҡҡы урында ине. Бөгөн ул Көнсығыш конференцияһы лидерын ҡыуып етте тиерлек. Ҡыш бөтөүгә тағы ла ҙурыраҡ уңышҡа өмөтләнә көйәрмән.

Күҙ теймәһен, йәнә “аҡ һыҙатҡа” аяҡ баҫтыҡ. Һуңғы биш уйында еңелеү белмәйбеҙ. Ситкә сәфәрҙән дә “тулы сумаҙан” менән ҡайттыҡ.
Ҡаҙағстандың “Барыҫ”ы былтырғы ҡотто алған януар түгел. Әле плей-офҡа ла эләкмәй. Шулай ҙа ҡул һелтәп ҡарарға ярамай, үҙ боҙонда уйнай бит. Әммә уға ҡаршы көс табылды. Дмитрий Макаров йәрәхәтләнеү сәбәпле, уның урынына күсерелгән Николай Прохоркин, йәш булһа ла, оҫта. Индергән ике голының тәүгеһен ҡабатлап ҡарағандан ҡарағы килә! Йәл, миҙгел бөткәс, егет океан аръяғына НХЛ-ға йыйына шул. Китмә, Николай!
“Барыҫ”ты 4:1 иҫәбенә отҡас, юлаевсылар Силәбегә “Трактор” менән осрашыуға юлланды. Тәүге осор һөҙөмтәһеҙ уҙһа, икенсеһендә командалар, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы тигәндәй, берешәр шайба индереп тынысланды. Өсөнсө осорҙа иһә “Салауат Юлаев” ике тапҡыр уңышҡа өлгәште. 3:1 – еңеү беҙҙә!
Әйткәндәй, һуңғы гол авторы Максим Майоров та бер ҙә эше алға бармаған Әнүәр Лисиндың урынында нығынмаҡсы. Кирилл Кольцовтан һуң сират уға етерме?..


Вернуться назад