“Бриллиант”тың кем икәнен көйәрмән яҡшы белә. “Салауат Юлаев”тың 4-се һанлы һаҡсыһы ул. Йәл, был аҙнала клуб иң оҙаҡ уйнаған хоккейсыларының береһе менән хушлашты.Кирилл Кольцов ябай кеше түгел. Йомоғораҡ, ҡырыҫыраҡ холоҡло, тренерҙар менән аңлашмай китә, хәбәрселәргә бер ҡасан да интервью бирмәй. Әммә боҙға сыҡһа, оҫталығы менән барыһын хайран итә. Уның кеүек шәп техникалы спортсылар хоккейҙа күп түгел. Талапсан көйәрмән шуға ла Кириллды аҫыл таш гәүһәргә тиңләп, “бриллиант” тип йөрөтә, холҡондағы етешһеҙлектәренә күҙ йома...
Бына әле лә профессиональ хоккейсылар өсөн ғәҙәти булған яңылыҡ ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Кемдер уны быйыл насар уйнауҙа тәнҡитләһә, күптәр бер нимәгә ҡарамай яҡланы. Битарафтар ғына булманы, тимәк, Кольцов – шәхес. Афарин, рәхмәт уға!
...Кириллды оҙатҡас, юлаевсылар Себер яҡтарына сәфәр сыҡты. Новокузнецкиҙың “Металлург”ы башлыса йәш, тәжрибәһеҙ хоккейсыларҙан тора. Аптырайһы түгел, инде нисәмә йыл ундағы таланттар башҡа байыраҡ командаларға китә бара.
Был матчта ошо хәл үҙен шунда уҡ һиҙҙерҙе. “Салауат Юлаев” уйынды нисек теләй, шулай ҡорҙо. Тәүге ике осорҙа иҫәпте 4:1 иткәс кенә “теҙгенде бушатты”. Артем Чернов менән Максим Майоров, ниһайәт, үҙ иҫәптәренә тәүге голдарын яҙҙы. Әлбиттә, хужалар бирешергә теләмәне, шулай ҙа һөҙөмтә беҙҙең файҙаға булды (4:2).
Бөгөн юлаевсылар Ҡаҙағстанда көс һынаша. Ҡыҫҡаһы, тормош дауам итә. Ә Кольцовтың яңы командала артабан да көйәрмәндәрҙе ҡыуандырыуын теләйек.