“Ҡара һыҙат” башланды тип ҡурҡҡайныҡ... Континенталь хоккей лигаһындағы тәнәфестән һуң юлаевсыларҙың юлы уңманы шул. Рәттән өс тапҡыр – Ҡазанда, Тольяттиҙа, Өфөлә отолдолар.“Лада” командаһы турнир таблицаһы аҙағында һөйрәлә. Шулай ҙа ҡайһы берҙә сағыу уйын күрһәтеп ала. “Салауат Юлаев”ты ла көтөп кенә торғандай булдылар. Матч башланғас та бер минут эсендә ике шайба индереп, нығынып алдылар ҙа, йәнлектең һыртына батырғандай, аҙаҡҡаса тештәрен ысҡындырманылар. Етмәһә, осрашыу бөтөргә өс минут ҡалғас, өсөнсөгә уңышҡа өлгәштеләр – 3:0.
Көнбайыш конференция лидерҙарының береһе “Локомотив”тан да еңелеп ҡуйҙы юлаевсылар – 2:4. Шуныһы ғына ҡыуандырҙы: капитаныбыҙ Игорь Григоренко йүнәлеп, ҡабаттан боҙға аяҡ баҫты.
Ә шунан “Лада” үҙе беҙгә ҡунаҡҡа килде. Уны өфөләр ҙур иҫәпкә отто (5:1). Әммә был уйын күңелгә бер аҙ моңһоулыҡ өҫтәне, сөнки матч төрлө ваҡытта ике команданы ла етәкләгән данлыҡлы тренер Сергей Михалев иҫтәлегенә бағышланды. “Өфө-Арена”ның түбәһе аҫтына уның исемле свитеры эленде. 2008 йылда юлаевсыларҙы Рәсәй чемпионы иткән Сергей Михайлович быйыл 21 апрелдә Силәбенән Өфөгә автомобилдә ҡайтып килешләй аварияла һәләк булғайны.
Шәмбелә иһә көйәрмәндәрҙе яуаплы эш көтә ине. Шулай тимәй, Ҡазандың “Аҡ Барыҫ”ы килә бит! Ун көн элек кенә уларҙан еңелеп ҡуйғайнылар. Ошоно иҫләгәндәй, тәүге минуттан уҡ юлаевсылар йәнтәслим һөжүмгә ташланды, хатта бер бәрелештә ҡунаҡтарҙың ҡапҡасылары йәрәхәт алып ҡуйҙы. Хәйерһеҙ башланған матч улар өсөн насар бөттө лә. Иҫәп “Салауат Юлаев” файҙаһына 4:2 булды.
Күҙ ҡыуана: беҙҙекеләр күпселектә нисек шәп уйнай! Швед легионерҙары һоҡландыра. Икмәктәрен бушҡа ашамайҙар. Ҡапҡасы Сведберг таш стеналай торһа, Леписте менән Умарктың оҫталығына, мәргәнлегенә тел шартлатып ҡына ҡуяһың...