Һуңғы осорҙа "Салауат Юлаев" хоккей клубы тураһындағы хәбәрҙәр спорт донъяһын түгел, ә фронт яңылыҡтарын хәтерләтә. Көйәрмәндәр араһында команданың киләсәгенә бәйле байтаҡ имеш-мимеш йөрөй, һәр кем был миҙгелдәге уңышһыҙлыҡтың сәбәбен үҙенсә аңлатырға тырыша. Әммә шуныһы бәхәсһеҙ: Континенталь хоккей лигаһы чемпионы насар уйнарға тейеш түгел. Ни тиһәң дә, "Салауат" өсөн Өфө генә түгел, ә тотош республика халҡы "ауырый".
"Ҡара октябрҙән" һуң команда уйынсылары араһында "таҙартыу"ҙар башланды. Иң тәүҙә легионерҙарға эләкте: клуб хужалары "Салауат"та чемпион исемен яулаған Якуб Клепиш менән Роберт Нильссондан баш тартты. Һуңынан баш тренер Сергей Михалев менән дә "хушлаштылар". Команданың "теҙгене" Венер Сафиндың ҡулына күсте. Беҙгә "Нефтехимик"ка юлланған Владимир Голубовичты, фин Раймо Сумманенды һәм башҡаларҙы баш тренер итеп "ҡоҙалап" ҡаранылар. Әммә клуб етәкселеге үҙебеҙҙең кадрға өҫтөнлөк бирҙе.
Команда составындағы үҙгәрештәр хәлде әллә ни яҡшыртманы. "Салауат" Силәбенең "Трактор"ын ғына 4:0 иҫәбе менән еңә алды, ә һуңынан көйәрмәндәр тағы ла өмөтһөҙлөккә бирелде. "Барыҫ"тан, "Торпедо"нан отолоу, 2006 йылдан алып беҙгә һис "теше үтмәгән" Мәскәүҙең "Динамо"һынан еңелеү... Бары “Авангард” менән “Югра”ны үҙ майҙаныбыҙҙа “теҙ сүктереү” бер аҙ өмөт уята биреп ҡуйҙы.
Яңыраҡ "Салауат"тың биш миҙгел беҙҙә уйнаған һаҡсы Олег Твердовский, командаға быйыл ғына килгән һөжүм итеүсе Максим Сушинский менән хушлашыуы тураһында мәғлүм булды. 37 йәшлек "Су-33" 25 уйында 16 мәрәй йыйған. Был – хоккейҙа бик һәйбәт күрһәткес. Бына Олег Твердовскийҙыҡы ғына әлегә маҡтанырлыҡ түгел. Шулай ҙа ул плей-офф уйындарында үҙен ышаныслы һаҡсы итеп күрһәтеп килде. Миҙгел уртаһында "хушлашыр" булғас, был уйынсылар менән ни өсөн килешеү төҙөнөләр икән, тигән урынлы һорау тыуа. Уларҙың ышаныслы һәм тәжрибәле уйынсылар булыуын иҫәпкә алһаң, тамам ғәжәпкә ҡалырлыҡ, сөнки командаға быйыл килеүселәр араһында әлеге хоккей ветерандарынан да хөртөрәк уйын күрһәтеүселәр бихисап. Әлбиттә, был аҙымдың һөҙөмтәлелеген ваҡыт ҡына асыҡлаясаҡ.
Ғөмүмән, был миҙгелдә "Салауат" ел-дауылға эләккән карапты хәтерләтә. Был хәл лиганың бөтә Көнсығыш конференцияһына хас. Ике тапҡыр чемпион исемен алған "Аҡ барыҫ" та көйәрмәндәрен артыҡ ҡыуандырмай. Магнитогорскиҙың "Металлург"ы менән "Авангард" та шундай уҡ хәлдә. Лиганың иң көслө уйынсыларын үҙенә туплаған һәм иң бай клубтар иҫәбендә булған "СКА", "Амур", "Трактор" кеүек былтырғы аутсайдерҙар ғына үҙ көйәрмәндәрен көйҙөрмәй, хатта Гагарин кубогын яулау өмөтө менән йәшәйҙәр.
"Салауат Юлаев" етәкселегендә лә хәлдәр ал да гөл түгел. Көйәрмәндәр араһында, клуб президенты булып билдәле сәйәсмән Павел Крашенинников килә, тигән имеш-мимеш тә йөрөй. Ул – Рәсәйҙең элекке юстиция министры, Дәүләт Думаһының комитет рәйесе, шулай уҡ Магнитогорскиҙың "Металлург" клубының вице-президенты булып танылған шәхес. Көйәрмәндәр уның был клубҡа тоғролоғо тураһындағы антын әле лә онотмай, шуға ла күптәр уның "Салауат"ҡа һөҙөмтәле етәкселек итеүенә шикләнә. Миҫал өсөн: океан аръяғында cәйәсмәнгә ниндәйҙер клубты етәкләргә рөхсәт бирелер инеме икән? Моғайын, беҙҙең клубҡа ла Башҡортостанда тыуып үҫкән, "Салауат"тың киләсәге өсөн янып көйгән кеше етәкселек итергә тейештер.
Шулай ҙа беҙҙең көйәрмәндәр хәлдең яҡшыға үҙгәреренә өмөтөн өҙмәй. Ни тиһәң дә, ярты быуатлыҡ тарихы булған клуб бит. Ике йыл рәттән Европаның иң көслө командаһы исеменә юҡҡа ғына лайыҡ булмағандыр "Салауат"! Шундай ҙур тырышлыҡ һалып чемпион исеменә өлгәшкәндән һуң, турнир таблицаһында түбәнгә тәгәрәмәҫбеҙ, тип бик тә ышанғы килә.
"Салауат Юлаев" хоккей командаһының декабрь айындағы уйындары 1 декабрь "Салауат Юлаев" - "Динамо" (Рига)
5 декабрь "Динамо" (Рига) - "Салауат Юлаев"
7 декабрь "СКА" - "Салауат Юлаев"
9 декабрь "Атлант" - "Салауат Юлаев"
11 декабрь "Аҡ барыҫ" - "Салауат Юлаев"
21 декабрь "Салауат Юлаев" - "Металлург" (Новокузнецк)
23 декабрь "Салауат Юлаев" - "Себер"
25 декабрь "Салауат Юлаев" - "Амур"
27 декабрь "Салауат Юлаев" - "Амур"
30 декабрь "Салауат Юлаев" - "Барыҫ"
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН