КХЛ-да тәнәфес кемгәлер файҙаға, ә кемгәлер зыянға ғына. Бына ҡазандар рәхәтләнеп ял итте, ә өфөләрҙән күбеһе үҙ илдәренең йыйылма командаһына саҡырылып, Финляндияла Карьяла кубогына турнирҙа ҡатнашты. Капитаныбыҙ Игорь Григоренко тәүге матчта уҡ йәрәхәт алып ҡуйҙы. Етмәһә, швед Линус Умарк та турнирҙан сирләңкерәп ҡайтты. Ә сиратта – тап “Аҡ Барыҫ” менән осрашыу...
Их, барыһы ла яҡшы башланғайны! Сами Леписте иҫәпте асып ебәрҙе – 1:0. Ләкин юлаевсылар әҙселектә ҡалып, хужалар уны тигеҙләп ҡуйҙы. Ғөмүмән, ике яҡ та кәрәкмәгән штраф язаһына йыш дусар булды матчта. Бәхеткә күрә, Дмитрий Макаров яҡташтарыбыҙҙы алға сығарҙы – 2:1. Ҡазанда боҙға юғары тән температураһы менән сыҡһа ла, юлаевсыларҙың лидеры Умарк ике тапҡыр һөҙөмтәле пас биреп, мәрәй йыйҙы. Әммә ҡазандар 50 секунд эсендә йәнә ике шайба индерҙе.
2:3 иҫәбенә отолдоҡ, тик ҡон ҡайтарырға форсат бар: 21 ноябрҙә “Аҡ Барыҫ” үҙе ҡунаҡҡа килә.