Ялда киттек тауға!11.11.2015
Ялда киттек тауға! “Урындағы башланғыстар нигеҙендә Башҡортостанда ауыл һәм ҡала биләмәләрен үҫтереү проекты”н тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Учалыла яңы спорт объекты барлыҡҡа килде.

Саңғы трассаһы ни бары дүрт ай эсендә төҙөлдө. Июлдә генә дөйөм йыйылышта учалылар программа объектын асыҡ­лағайны. Республика ҡаҙнаһынан төҙөлөшкә — 1,5 миллион, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатынан иһә 1 миллион һум аҡса бүленде. Ҡала һәм райондың башҡа ойошмалары ла эштән ситтә ҡалманы.
Өр-яңы трассала төрлө күнекмәләр үткәрергә мөмкин. Йәй бында роликта, велосипедта йөрөргә була.
Яңы спорт ҡоролмаһы асылған көндә предприятие, ойошма етәкселәре өсөн уҙыш ойошторолдо. Унда район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев тә ҡатнашты.



Вернуться назад