Ошо “Динамо” (Минск) менән уйнаһаҡ, чемпионатта тәнәфес башлана. Шулай тип еңел тын алдыҡ. Әммә был матчта көйәрмәнде тағы бер яңылыҡ көткән икән: алты йыл элек, “Салауат Юлаев”та уйнауҙан ҡәтғи рәүештә баш тартып, НХЛ-ға киткән Кирилл Кабанов әйләнеп ҡайтҡан!Матур нөктә, юҡ, өндәү ҡуйҙы юлаевсылар осрашыуҙа. Икенсе осор башында ҡапҡаларына бер шайба үткәртһәләр ҙә, бер-бер артлы биш гол индереп, еңеү яуланылар – 5:1. Хатта бишенсеһенә әҙселектә өлгәштеләр. Хужаларҙың йәрәхәттәрен йүнәлтеп сафҡа баҫҡан легионерҙарынан ҡурҡыу ҙа бушҡа булды.
Кирилл Кабанов нисекме? Матчта йәмғеһе 11 минут уйнап, ике тапҡыр ҡапҡаға шайба ташлап өлгөрҙө. Тик маҡсатына ғына ирешә алманы әлегә. Хәҙер уға етәкселектең дә, көйәрмәндәрҙең дә ышанысын яулар өсөн икеләтә-өсләтә тырышырға тура киләсәк.
Ә тәнәфестән һуң юлаевсылар 10 ноябрҙә Татарстанға юл тотасаҡ. О, йәнә Ҡазан, йәнә “Аҡ Барыҫ”!..