Гагарин кубогына көрәш башланды!28.02.2012
Гагарин кубогына көрәш башланды!Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионаты тамамланды. Ниһайәт, плей-офф уйындарында ҡатнашасаҡ һәм Гагарин кубогы өсөн көс һынашасаҡ бөтә командалар ҙа асыҡланды. "Салауат Юлаев"ҡа еңел булмаясаҡ: беҙгә беренсе турҙа уҡ КХЛ-дың ике тапҡыр чемпионы "Аҡ барыҫ" менән көрәшергә тура киләсәк.
Силәбенең "Трактор"ы регуляр чемпионаттың еңеүсеһе тип табылды. Күптәр был кубокты Санкт-Петербургтың "СКА"-һына юрағайны ла, әммә ул һуңғы уйындарҙа бер аҙ "аҡһап", мәрәйҙәрен юғалтты. Шулай уҡ хоккей донъяһындағы ҡайһы бер юрауҙар ҙа аяуһыҙ: һуңғы өс йылда регуляр чемпионатта еңгән бер команда ла Гагарин кубогын яулай алманы. "Трактор" иһә был юрауҙан ҡурҡмай, буғай. Йыл буйы тотороҡло уйын күрһәтеп, плей-офтың финалына барып етмәксе.
Үкенескә ҡаршы, бына "Салауат" тураһында улай әйтеп булмай. Регуляр чемпионатта көйәрмәндәрен уттан алып һыуға һалған команда һуңғы өс уйында, исмаһам, бер тапҡыр ҙа еңмәне. Әгәр быға тиклем чемпионаттың Көнсығыш конференцияһында икенсе булып килһә, еңелеүҙәрҙән һуң бишенсе урынға тиклем "тәгәрәне". Шуға күрә плей-офф уйындарын беҙ Ҡазандың "Аҡ барыҫы" менән башлаясаҡбыҙ. "Салауат” үҙенә уңайлы командалар эҙләмәй", – тигәйне Венер Сафин, шулай килеп сыҡты ла. Юлаевсыларҙың һуңғы өс осрашыуҙағы өмөтһөҙ уйынын күргәндән һуң, бәлки, кубок өсөн көрәште еңелерәк команданан башларға кәрәк булғандыр, тип уйлап ҡуяһың. Әммә хәҙер ундайҙарҙы табыу ҡатмарлы, һәр команда теше-тырнағы менән тик еңеүгә ынтыла һәм еңел генә баш эймәйәсәк.
Шулай ҙа, ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, "Аҡ барыҫ", башҡаларҙан айырмалы, беҙҙең өсөн уңайлыраҡ. Былтырғы плей-офта беҙ уны биш осрашыуҙа үттек. Ә бына элекке йылда тап ул беҙҙе "теҙ сүктерҙе" һәм һуңынан чемпион исеме яуланы. Шуға ла белгестәр был ике команданың осрашыуын "йәшерен финал" тип атай. Әммә быйыл "Аҡ барыҫ"ҡа ла, беҙгә лә яңы баш тренерҙар килде. Шуға күрә ҡапыл ғына нимәлер фараз итеү урынһыҙ. Тағы шул: Ҡазанды үтһәк тә, Гагарин кубогына көрәштең финалына барып етер өсөн көс ҡалырмы икән?!
Шулай итеп, плей-офтың беренсе турында Көнсығыш конференцияһындағы "Трактор" менән "Югра", "Авангард" менән "Амур", Магнитогорскиҙың "Металлург"ы менән "Барыҫ" һәм "Салауат" менән "Аҡ барыҫ" көс һынашасаҡ. Ә Көнбайышта "СКА" менән "ЦСКА", "Торпедо" менән Риганың "Динамо"һы, Мәскәүҙең "Динамо"һы менән Минск командаһы, "Атлант" менән "Северсталь" көрәшкә сығасаҡ. Ә бына "Лев", "Спартак", “Витязь", "Нефтехимик", "Себер", "Автомобилист" һәм Новокузнецкиҙың "Металлург"ы плей-офф уйындарына үтә алманы. "Аҡ барыҫ" менән юлаевсылар араһындағы тәүге дүрт осрашыу 1, 2, 3, 4 мартта үтәсәк. Уйындар Ҡазан командаһының майҙанында башлана.
Эйе, быйылғы чемпионат "Салауат"ҡа, чемпион исемен йөрөтһә лә, еңелдән бирелмәне. Ике тапҡыр баш тренерын юғалтырға, ҡайһы бер уйынсыларҙан баш тартырға, хурлыҡлы "ҡара октябрҙе" кисерергә тура килде. Әммә көйәрмәндәр ышанысын юғалтмай, юлаевсыларҙың бөтөн көсөн йыйып тәүҙә финал уйындарына етәсәгенә, һуңынан Гагарин кубогын яулаясағына ышана. Алға, Салауат! Алға, Гагарин кубогына!
Р. ЗӘЙНУЛЛИН.


Вернуться назад