Ҡапҡасының урыны – ҡапҡала!28.10.2015
Ҡапҡасының урыны – ҡапҡала! Риганың “Динамо”һы ҡунаҡҡа килер алдынан: “Бөгөн беҙҙекеләр 3:1 иҫәбенә еңә”, – тип күрәҙәлек иттем. Һәм тап өҫтөнә баҫтым бит!

Осрашыу байтаҡ үҙгә­реш­тәр менән башланып кит­те. Ҡапҡаны был юлы Владимир Сохатскийға ышанып тапшыр­ҙылар. Сергей Соин дүрт матчҡа дисквалификация алғайны. Ә Кирилл Кольцов, Андреас Энгквист, Захар Арзамасцев йә­рәхәтләнгән икән... Шулай ҙа уйын беҙҙең өҫтөнлөк менән үтте. Николай Прохоркин хатта “Горди Хоу хет-тригы”н яһаны. Йәғни пас та бирҙе, гол да индерҙе, һуғышып та өлгөрҙө. Йәл, осрашыу тамамланырға ми­нут та 41 секунд ҡалғас ҡына “Салауат Юлаев” ҡапҡаһына бер шайба инеп ҡуйҙы – 3:1.
Шәп, шәп! Әммә гел былай бармаҫ бит инде. Ниңәлер юлаевсылар бына-бына абыныр кеүек. Юҡ, “Йокерит”ҡа ҡаршы уйын да өфөләр файҙаһына бөттө (4:0). Теге юлы көйәрмәндәрҙән һәм шәхсән минән ныҡ ҡына әрләнгән Дмитрий Макаров оҫтарып, етеҙләнеп китте. Ә Никлас Сведберг миҙгелдә тәүге тапҡыр ҡапҡаһына шайба индерт­мәне!
Сиратта – “Адмирал”. Вәт, күңелле уйын булды. Ике команданың да һаҡсылары ял алғанмы ни: беренсе осорҙа уҡ биш голға шаһит булдыҡ. Хабаровск хоккейсылары алға сыҡһа, беҙҙекеләр шунда уҡ ҡыуып етте. Баҫтырыша торғас, һуңғы осор башында иҫәп тигеҙләнде – 5:5. Ә уйын бө­төр­гә өс минут ҡалғас, даланһыҙ Со­хат­скийҙы алмаштырған Сведберг үҙе­нең ғәҙәти хата­һын яһаны: ҡапҡанан ныҡ алға сығып китеп, ҡунаҡтарға алтынсы шайбаны индерергә юл ҡуйҙы. Бына абындылар ҙа...








Вернуться назад