Арҡауыл ауылында СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосопов иҫтәлегенә – үҫмерҙәр, “Башҡортостан” гәзите кубогына милли көрәш буйынса III республика асыҡ турнирҙары үтте.Салауат районы хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов, Харис Йосоповтың улы, билбаулы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй Федерацияһы президенты, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов, Башҡортостандың көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса федерацияһының башҡарма директоры Юнир Ильясов, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡа ҡунаҡтарҙың тәбрик һүҙҙәренән һуң батырҙар келәмгә сыҡты. Республикабыҙҙың Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларынан, Салауат, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Федоровка, Мәләүез, Стәрлебаш, Ауырғазы райондарынан, Силәбе өлкәһенән 100-ән ашыу көрәшсе килгәйне.
Алыш сәмле башланды. Бына егеттәр таҫтамалды бер-береһенең биленә һалды. Уларҙың һәр хәрәкәтен ҡыҙыҡһынып, янып күҙәткән көйәрмәндәр майҙан батырҙарын дәртләндереп, ҡеүәт биреп алҡышланы.
– Әйҙә, әйҙә!
– Илһам, бирешмә!
– Биленән ал, биленән!
Шул саҡ өлкән йәштәрҙәге ағай күршеһенә:
– Беҙҙең Салауат егеттәре бығаса һынатмай торғайны, быйыл нисек булыр? – тип һораулы ҡараш ташланы.
Танышабыҙ. Арҙаҡлы көрәшсе Харис Йосоповтың ҡорҙаштары Фәрит менән Рәшит Фәйзуллиндар икән. Улар данлыҡлы уҙамандың юлын йәштәрҙең дауам итеүенә ҡыуанысын белдерҙе.
– Ауыл өсөн күпте эшләне, мәсет һалдырҙы, әллә күпме көрәшсе тәрбиәләп үҫтерҙе, – тине Фәрит ағай.
– Харис менән бергә уҡыныҡ. Ғәжәп көслө булыуы менән хәтерҙә ҡалған. Тәнәфестә мәктәп ихатаһында тайҙың ике аяғынан тотоп күтәреүенә хайран ҡала торғайныҡ. Уларҙың нәҫелен “айыу” тип йөрөтә торғайнылар, – тип бала саҡ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты һабаҡташы.
...Ярыш тамамланғас, әле генә шау-гөр килеп торған зал бер аҙға тынып ҡалды. Бына йомғаҡ яһалып, еңеүселәрҙе иғлан итә башланылар. 1998 – 2000 йылғы үҫмерҙәр араһында тәүге урындарҙы үҙ ауырлыҡ үлсәмендә Батыр Мөхәмәҙиев, Динар Саниев, Алмас Бәхтигәрәев, Фәрхәт Ғиниәтов яуланы. “Башҡортостан” гәзите призына уҙған турнирҙа Ридан Хажиморатов, Илнур Ғәйнанов, Айгиз Зәйнетдинов, Денис Нурмөхәмәтов пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса республиканың төп баҫмаһының күсмә кубогын Салауат районы командаһы яуланы.
Киләсәктә был бәйгене Рәсәй Физик культура һәм спорт министрлығының планына индереп, оҫталыҡ турниры итеп үткәреү хаҡында ла әйтелде. Тимәк, ярыштың мәртәбәһе йәнә артасаҡ.