Ошо көндәрҙә быйылғы Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогына эйә булыусылар билдәләнде. Улар — Риганан Гунтис Валнерис һәм Өфөнән Тамара Танһыҡҡужина.Сараның финал этабы Италияның Баколи ҡалаһында үтте. Унда 48 спортсы, шул иҫәптән 16 халыҡ-ара гроссмейстер ҡатнашты. Рәсәй командаһындағы биш кеше — Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев, Айнур Шәйбәков, Тамара Танһыҡҡужина һәм Айгөл Иҙрисова “Башнефть” шашка клубы исеменән сығыш яһаны. Биш тапҡыр донъя чемпионы булған Тамара Танһыҡҡужина Италияға Донъя кубогы лидеры дәрәжәһендә килде, ә БДУ студенты Айгөл Иҙрисова дөйөм иҫәптә өсөнсө урында ине. Башҡортостан шашкасыларының барыһы ла иң яҡшы 20 спортсы иҫәбенә инде. Донъя кубогы йомғаҡтары буйынса киләһе йыл ғинуарҙа Бөтә донъя уйындарына барасаҡ спортсылар билдәләнде. Рәсәйҙән ун кешенең яртыһы — Башҡортостандан баяғы бишәү. Италияла улар тиҙ шашка буйынса Европа чемпионатында ла ҡатнашты.