“Артыҡ билет юҡмы?”23.10.2015
“Артыҡ билет юҡмы?” Киске сәғәт 7-се ярты... Ай, һуңлайым бит! Ҡабалан ғына йыйынып, йүгереп тигәндәй сығып киттем. Бөгөн “Салауат Юлаев” “Аҡ Барыҫ” менән уйнай. Ә ундай мәлдә хәбәрселәргә лә урын ҡалмай торған.

Ысынлап та, “Өфө-Арена”ға етер-етмәҫтән аҙым һайын тиерлек “Артыҡ билет юҡмы?” тигән тауыштар ишетелде. Журналистар рәтендә лә бер генә буш ултырғыс хужаһыҙ ине. Тиҙҙән Боҙ һарайы шығырым тулды. Тәүге аншлаг!
Бынан алда элекке йылғы Гагарин кубогы хужаһы “Металлург”ты 6:4 иҫәбенә ҡыйратҡас, көйәрмән туған командаһына тамам ышанды. Икен­сенән, ҡазандар менән осрашыуҙың бер ҡасан да илке-һалҡы үткәне юҡ. Йә – беҙ, йә – улар...
Судья һыбыҙғы һыҙғыртыуға өс минут та үтмәне, юлаевсы Андреас Энгквист иҫәпте асып ебәрҙе – 1:0. Арена алҡыштарға күмелде. Әммә күп тә үтмәй Сергей Соин, ғәҙәтенсә, штраф эскәмйәһенә эләкте. Һөҙөм­тәлә ҡапҡабыҙға яуап “күстәнәсе” осоп килде.
Икенсе осор башланыуға Әнүәр Лисин тәүге голын индерҙе – 2:1. Ваҡыт инде, миҙгел башланғанға ике ай уҙҙы бит. Бушлай икмәк ашарға Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ бында, шулаймы? Артабан, нисек кенә тырыш­маһындар, иҫәп үҙгәрмәне. Уйын да ауыр барҙы. Һуңғы арала күберәк отолған ҡунаҡтар ирәйергә мөмкинлек бирмәне. Ләкин үҙҙәренең дә бәхете ҡалҡманы. Ҡапҡасыбыҙ Никлас Сведберг, саманы онотоп, ҡапҡаһын йыш ҡалдырып китһә лә, хәл иткес мәлдәрҙә сослоҡ күрһәтә алды.
Бер генә хоккейсыбыҙ кәйефте ҡырҙы. Дмитрий Макаров. Саманан тыш артыҡ ауырлыҡ йыйғанмы, бигерәк яйһыҙ, ипһеҙ ҡылана. Шайба артынан өлгөрмәй. Шуға ҡарамаҫтан, тренерҙар һаман үҙенә ышана. Хас та көйәрмән кеүек. Ул да йәнә “Салауат Юлаев”ҡа тоғро бит.




Вернуться назад