Арҡауылда – көрәш турниры20.10.2015
Арҡауылда –  көрәш турниры 23 октябрҙә данлыҡлы спортсы Харис Йосоповтың тыуған ерендә – Салауат рай­онының Арҡауыл ауылында –“Башҡортостан” гәзите кубогына һәм приздарына милли көрәш буйынса III асыҡ республика турниры үткәрелә.

18 йәштән өлкән ир-ат араһында шәхси мәрәйҙәр һәм команда иҫәбе буйынса ярышты ойоштороусылар – “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов ярҙамында Силәбе өлкәһенең көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы, Башҡортостандың көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы, Салауат районы хакимиәте, “Янғантау” шифаханаһы. Үҙ ауырлыҡ үлсәмендә еңеү яулағандарға дипломдар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылһа, иң көслө команда күсмә кубокты аласаҡ.
Ҡатнашыусылар 22 октябрҙә үк йыйыла башлай. Сара иһә йома көндө сәғәт иртәнге 10-да тантаналы асыла.
Көрәш яратыусылар, рәхим итегеҙ!





Вернуться назад