Йә, Хоҙай, күптән күргән юҡ ине бындайҙы! Ҡапыл “Салауат Юлаев”тың дүрт-ете йыл элекке уйындары иҫкә төштө. Бәлки, чемпион булған яҙҙар кире әйләнеп ҡайтыр?..Юҡ та, улай уҡ булмаҫ. Командалағы проблемаларҙы һуҡыр ғына күрмәй. Шулай ҙа һуңғы ике матчты телевизорҙан һоҡланып күҙәттек.
Финляндияла “Йокерит”ты 5:1, Латвияла “Динамо”ны 5:3 иҫәбенә ҡыйраттыҡ. Әлбиттә, осрашыу башланыр-башланмаҫтан еңелеп бармаһа, юлаевсылар юлаевсы булмай. Аҙаҡ бөтә көскә уйынға һынылыш индереп ҡуялар. Шулай күңелдең нескә ҡылдарын тартҡыларға әүәҫ улар. Әммә тап шундай уйын өсөн ярата ла инде көйәрмән хоккейҙы.
Ниһайәт, беҙҙең легионерҙар оҫталығын күрһәтергә тотондо. Линус Умарк ҡына түгел, хәҙер Сами Леписте менән Андреас Энквист та етеҙ ҡыбырлай. Иң мөһиме – шайба ҡапҡаға юлды йышыраҡ таба. Голдар ҙа береһенән-береһе матурыраҡ!
Әйткәндәй, Көнсығыш конференцияла 8-се урынға менеп ҡунаҡланыҡ. Плей-офҡа эләгәбеҙ, тимәк! Өҫтәүенә Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән Ҡазандың “Аҡ Барыҫ”ы ла турнир таблицаһында уртала тапана. Ә алдағы ике осрашыу – тап улар менән. Кем кемде?..