Сираттағы еңеүгә ҡыуанып өлгөрмәйһең, тағы танауҙы төшөрәһең... Шөкөр, уйын яйға һалынды тиһәң, киләһе матчта ҡулдарынан эш килмәгәндәй ҡыланалар. Юлаевсылар шулай кәйефте ҡыра. Яңы етәксегә яңы өмөт бағлайһың. Игорь Захаркинды баш тренер вазифаһында һағайып ҡаршылаһаҡ та, йәнәһе, Вячеслав Быковтан башҡа ни генә ҡылыр икән, өс еңеүҙән һуң еңел һулап ҡуйҙыҡ. Сит илдәрҙәге ике осрашыуға Өфөләге уңышлы уйын өҫтәлде – “Слован”ды бында ла оттоҡ (3:2). Матч аҙағында бишәүгә ҡаршы өсәү генә ҡалып та, бирешмәнек. Ҡапҡасыбыҙға бөтөнләй миҙал бирерлек ине!
Ләкин... иртәнән һуңына “Медвешчак”ҡа теш үтмәне лә ҡуйҙы. Хорватия командаһы, ғәҙәттә, уйынын көс, тиҙлек йәһәтенән ойоштора. Аҙ ғына аҡрынайҙыңмы, иғтибарыңды юғалттыңмы, бәлә килерен көт тә тор. Уларға ҡаршы торорға беҙҙең хоккейсыларҙың хәлдәре лә, теләге лә юҡ кеүек күренде. Хас та йәнһеҙ ҡурсаҡтар инде бына. Әллә ҡурсаҡтарҙы уйнатыусыһының хәленән килмәнеме?.. Һөҙөмтәлә иҫәп ҡунаҡтар файҙаһына – 5:2.