Юлын таптылар: Анатолий Емелинды эшенән бушатмайбыҙ, тиһәләр ҙә, һөҙөмтә булмағас, ябай тренер итеп ҡалдырҙылар. Баш тренер вазифаһын башҡарыуҙы Игорь Захаркинға йөкмәттеләр. Шулай итеп, юлаевсылар оҙайлы сәфәргә бер етәксенең ҡул аҫтында сығып китһә, икенсе хужа менән ҡайтып инде.“Динамо” менән “Витязь” командаларынан отолғас, шундай үҙгәреш булды “Салауат Юлаев”та. Шөкөр, сит илдәргә артабанғы сәфәр уңышлы ғына булды. Словакияла “Слован”ды овертаймда булһа ла – 4:3, Хорватияла “Медвешчак”ты төп ваҡытта 3:2 иҫәбенә ҡыйраттылар.
Нимәләр күҙгә салынды һуң? Элеккесә, юлаевсыларға физик әҙерлек етешмәй. Өсөнсө осорға хәлдәре ҡалмай тиерлек. Һаҡсыларҙан Иван Вишневский, Максим Гончаров, Александр Логиновты маҡтап телгә алырға була. Һөжүм итеүселәр ҙә, ниһайәт, ҡыуандыра башланы. Һуңғы матчта дәғүәселәренең ҡапҡаһына шайбаны уларға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк ташланылар. Әнүәр Лисин да “йоҡонан уянып” килә – ике уңышлы пас бирҙе. Ә бына Сергей Соинға етеҙлек, сослоҡ етешмәй.
Яңы баш тренер яңылыҡ индерә алырмы юлаевсыларҙың уйынына? Был еңеүҙәр осраҡлымы-юҡмы? Тиҙҙән күрербеҙ. Иртәгә ҡон ҡайтарырға әлеге лә баяғы “Слован” килә. 9-ында иһә – “Медвешчак”.