Көндән-көн бер һорау борсой мине: ниңә юлаевсылар насар уйнай? Аптыраҡ, кемде ғәйепләргә – хоккейсыларҙымы, тренерҙарҙымы, генераль менеджерҙымы? Тәүгеләре булдыра алмай, икенселәре бурысты еткерә белмәй, һуңғыһы йүнле команда туплай алмаған...Арыйҙармы тиһәң, аҙаҡҡы сәфәр алдынан биш көн тәнәфес булды. Ярай, Мәскәүҙең “Динамо”һы сибектәрҙән түгел, ә “Витязь” бит – уртаҡул команда! Юҡ ҡына уйынсыларҙан ныҡлы коллектив туплай белгән Леонид Вайсфельд миҙгел башында Өфөгә эшкә килгәс, барыбыҙ ҙа ҡыуандыҡ. Хатта “Салауат Юлаев” лидерҙар араһында булыр тип ышанғайныҡ. Әммә әле ул – 11-се урында, плей-офҡа ла эләкмәй.
“Динамо”ға ҡаршы күкрәк киреп ҡаршы сыҡҡайнылар ҙа, мәскәүҙәр уларҙы тиҙ урынына ултыртты. Иҫәпте тәүҙә – 2:0, аҙаҡ 3:0 иттеләр. Өсөнсө осорҙа ғына көстәрен һаҡлап, теҙгенде бер аҙ бушаттылар. Әммә юлаевсылар барыбер еңелде (3:6).
“Витязь” менән, киреһенсә, беренсе осорҙа ғына типә-тиң уйнанылар. Һөжүм итеүселәр бер шайба ла индерә алманы. Һөҙөмтәлә бөтөнләй ҡыйратылдылар (0:3).
Генераль менеджер: “Баш тренер Анатолий Емелинды эшенән бушатмаясаҡбыҙ”, – тине. Ә уныһы еңелеүҙең сәбәбен әйтә алманы. Өйөңдә тәртип булмағанға кем яуап бирә һуң?