“Әстәғәфирулла! “Салауат Юлаев” – һуңғы урында”. Сентябрь уртаһында көйәрмәндәр ауыҙынан шундай һүҙҙәр йыш ишетелде. “Өфө-Арена”ға йөрөүселәр ҙә ҡырҡа кәмене.Өс кенә мәрәй йыйған команда турнир таблицаһында иң артта һөйрәлде шул. Кемдер уйынсыларҙы ғәйепләне, икенселәр тренерҙарҙы ҡыҙған табаға баҫтырҙы. Ә сабырҙар түҙем генә яҡшы көндәрҙе көттө. Һәм... көтөп алды ла.
“Авангард”тан (2:3) һәм ЦСКА-нан (2:5) отолғандан һуң, юлаевсылар йоҡонан уянып киткәндәй булды. Бер-бер артлы биш еңеү яулап ташланылар! “Северсталь” командаһы менән матчта өс мәрәй йыйыуҙарына (2:1) иркен тын алып ҡуйһаҡ, “Аҡ Барыҫ”ты үҙ боҙонда буллит буйынса булһа ла ҡыйратыу (4:3) көмөрәйгән арҡаларҙы турайтып ебәрҙе!
Артабан яҡташтарыбыҙ көс һынашыуҙы Өфөлә дауам итте. “Барыҫ”ты буллит буйынса 2:1, “Металлург”ты (Новокузнецк) – 4:1, “Себер”ҙе 2:1 иҫәптәренә отоу күңелгә май булып яғылды.
Бөгөн сираттағы ҡунаҡ – “Амур” командаһы. Ә дүшәмбелә өфөләрҙең Мәскәүгә һәм сит илдәргә сәфәре башлана. Әлегә юлаевсылар үҙ дивизионында – 3-сө, Көнсығыш конференцияла – 8-се, дөйөм турнир таблицаһында 14-се урында килә. Әммә көйәрмәндәр күберәккә өмөт итә. Ишетәһегеҙме, егеттәр?