– Әгәр мине сатрашта еңһәң, тәхеткә ултырасаҡһың. Ә инде еңелһәң – башыңды киҫәм! Һин ризамы? – тип һораған батша.
– Риза! – тигән Әминбәк. – Уйнайбыҙ...Бәйге бик ҡыҙыу барған, ти: йә батша өҫтөнлөк ала, йә егет. Тик зирәк Әминбәк барыбер еңеп сыҡҡан. Вәғәҙә – иман, тиҙәр бит: батша барлыҡ вәзирҙәрен саҡырып алған, ҡала халҡын йоҡонан уятҡан, барабан ҡаҡтырып, музыка уйнатып, байрам яһаған да Әминбәкте тәхеткә мендереп ултыртҡан, ти. Шулай итеп, егет батша булып киткән.
“Әминбәк” исемле был башҡорт халыҡ әкиәте барығыҙға ла таныштыр. Шахмат уйнай белгән зирәк кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмаясаҡ тигән мәғәнә ята унда. Бөгөн дә был хәҡиҡәткә тоғро ҡалғандар бар.
Мәҫәлән, Өфөлә дүртенсе йыл рәттән Ренант Ғүмәров иҫтәлегенә шахмат турниры ойошторолоп килә. Уның даирәһе киңәйгәндән-киңәйә. Быйылғы ярышта ҡатнашырға Екатеринбург, Төмән, Ҡурған, Силәбе, Сорғот ҡалаларынан, хатта Чехия, Әрмәнстан илдәренән дә килгәндәр.
– Атайыбыҙҙы Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы беләләр ине, – тип хәтирәләргә бирелде билдәле шахматсының улы Илшат. – Заманында ул Мәскәү чемпионы булып та танылды. Шуға ла күптәр атайым менән алышҡа сығырға шөрләй ине. Хәҙер уның эшен дауам итерҙәй шәкерттәре бар. Киләсәктә Фәрхәт ағайым менән атайыбыҙ тураһында китап сығарырға уйлайбыҙ.
Ренант Ғүмәров – республикабыҙҙа шахматты үҫтереү йәһәтенән күп эш башҡарған шәхес. Ошо төр уйын буйынса дүрт тапҡыр Башҡортостан чемпионы булыуы, халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеү яулауы – быға аныҡ дәлил. Ренант Хәйҙәр улының шәкерте, баш судья Денис Мамин әле остазының юлын лайыҡлы дауам итә.
– Шахматтың кеше өсөн ни тиклем файҙалы булғанын һәр кем беләлер, – ти ул. – Уйын зиһенде нығыта, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта. Ғәҙәттә, ҙур асыш яһаған ғалимдар йә билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре сатрашта яҡшы уйнай. Миндә шөғөлләнгән балаларҙың барыһы ла шахматсы булып китмәһә лә, күптәре Мәскәү, Санкт-Петербург университеттарына уҡырға инә.
Ике көн барған ярыштың һөҙөмтәләре билдәләнде. Уҡыусылар араһында – Магнитогорск ҡалаһынан килгән Алексей Польщиковҡа, ветерандарҙан Юрий Копейкин (Өфө) менән Владимир Савчукка (Карпинск) етеүсе булманы.
– Хәҙер балаларҙың күбеһен компьютерҙан айырып булмай, – тине ойоштороусыларҙың береһе, Өфөнөң “Мәрхәмәт” хәйриә ойошмаһы рәйесе Гөлшат Нуриәхмәтова. – Атыш, үлтереш уйындары йәш быуындың зиһенен ҡаҡшата, психологияһын боҙа. Уларҙы шахматҡа ылыҡтырырға кәрәк.
...Шундай легенда бар. Геракл 13-сө еңеүен нәҡ шахмат таҡтаһында күрһәткән. Афина Палладаны еңеп, Олимп тауына күтәрелгән, тиҙәр. Сатраш уйнап үҫкән балалар ҙа тормоштоң бейек үрҙәренә артыласаҡ.