Яңырыуын-яңырҙы ла...04.09.2015
Яңырыуын-яңырҙы ла... Быйыл хоккей миҙгеле ғәҙәттәгенән күпкә иртәрәк – 24 августа уҡ – башланды. Киләһе яҙҙа 28 команданың ҡайһыһы чемпион булыры бил­дә­һеҙ, әммә стадиондарҙа ҡыҙыу алыш бара ла инде.

“Салауат Юлаев” иһә миҙгел алдынан тулыһынса тиерлек яңырҙы. Яңы тренерҙар, күп кенә яңы уйынсылар килде. Элек беҙҙә дан ҡаҙанып, Мәскәүҙең ЦСКА-һына киткән Игорь Григоренко ла кире ҡайтты. Ул хәҙер – капитан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, команда әлегә элекке хата­ларҙан арына алмаған. Ҡапҡасыларҙы ышаныслы тип әйтеп булмай, һаҡ һыҙығы бөтөнләй аҡһай. Юҡҡамы ни, тәүге матчтарҙа “Авангард”тан 2:4, “Барыҫ”тан 3:5 иҫә­бенә еңелделәр. Өфөләге осрашыуҙарҙа хәл үҙгәрер, бәлки, тип өмөтләнде көйәрмәндәр. Юҡ шул, “Югра”ны отһалар ҙа (4:2), артынса “Автомобилист”ҡа бирешеп ҡуйҙылар (4:5).
Һөҙөмтәлә командабыҙ турнир таблицаһында артта һөйрәлә. Йыл да хәлдең ошолай башланыуын иҫәпкә алғанда, был ҡурҡыныс түгелдер ҙә... Шулай ҙа юлаевсыларҙан яңы, уңышлыраҡ уйын көтөп ҡалабыҙ.





Вернуться назад