Ихлас күңелдән ҙур бүләк18.08.2015
Ихлас күңелдән ҙур бүләк Ҡала һәм төбәк үҫешенә тос өлөш индергән Учалы тау-байыҡ­ты­рыу комбинатының Сибай филиалы Башҡортостан баҡыр-кө­көрт комбинатының данлы традицияларын лайыҡлы дауам итә. Баҡыр һәм баҡыр-цинк мәғдәнен етештереүҙә республикала алдын­ғылыҡты бирмәгән комбинат етәк­се­леге таусыларҙың социаль проб­лемаларын һәр саҡ ыңғай хәл итә, ҡалала үткәрелгән күп са­раларҙың даими бағыусыһы булып ҡына ҡалмай, күп кенә спорт объекттарын төҙөүгә лә үҙ өлөшөн индерә.


Күптән түгел ҡаланың спорт һөйөү­се­ләре өсөн Көнсығыш биҫтә­һен­дә яһалма япма түшәлгән өр-яңы спорт майҙаны фай­ҙаланыуға тапшырылды. Объекттың дө­йөм хаҡы – 2 миллион һумдан ашыу, майҙаны – 680 квадрат метр. Яһалма япма экологик яҡтан барлыҡ талаптарға яуап бирә, тап шундайҙар халыҡ-ара донъя ярыш­тарында ҡул­ланыла. Спорт­тың төрлө төрҙәре өсөн тәғә­йен­ләнгән майҙансыҡтың өҫкө япмаһы полимер һеңдерелгән резина вағынан яһалған. Бындай йомшаҡ материал йәрәхәт алыу­ҙан һаҡлай. Төҙөүселәр спорт майҙан­сығын футбол, баскетбол һәм волейбол уйнау өсөн йыһаз­лан­дырған. Теләһәң, туп тип, кәрәк икән, баскетбол уйна.
Таусыларҙың бүләге ҡаланың Көнсы­ғыш биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн генә түгел, ғөмүмән, сәләмәт тормошто үҙ итеүселәр, спорт яратыусылар өсөн бик кәрәкле һәм файҙалы. Ям­ғырға һәм ҡаты һауыҡтарға бирешмәгән спорт майҙан­сығында киләсәктә данлыҡлы футболсылар үҫмәҫ тимә!


Вернуться назад