Өй туйланы “Өфө”11.08.2015
Шәмбелә “Өфө” футбол клубы өй туйланы тип әйтергә мөмкин. Тап шул көндә уйынсыларыбыҙ төҙөкләндерелгән “Нефтсе” стадионында тәүге матчын уҙғарҙы.

Дәғүәсенең дә ниндәйе бит әле – “Зенит”! Әйткәндәй, яҡташтарыбыҙ һынатманы. Чемпионат лидерына “ихтирам күрһәтеп”, лайыҡлы 0:1 иҫәбенә еңелделәр. Көйәрмәндәрҙең һөйөүен, һәр ваҡыттағыса, ҡапҡасыбыҙ Давид Юрченко яуланы. Әммә иң мөһиме – көс һынашыу өфөләргә матур байрам бүләк итте. Хәҙер һәр уйында трибуналар шығырым тулы булыр, тип өмөтләнә футболсылар.






Вернуться назад