Путиндан – бүләк!11.08.2015
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙән ҡыуаныслы хәбәр килде. Гәзитебеҙ редакцияһы 2014 йылғы XXII Ҡышҡы Олимпия, шулай уҡ XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарын әҙерләүгә һәм уҙғарыуға ҙур өлөш индергәне өсөн иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнде. Уға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡул ҡуйған Маҡтау ҡағыҙы ла өҫтәлгәйне.
Был хеҙмәткә үҙ өлөшөн журна­лис­тарҙан тыш баҫма­быҙҙың Сочиҙағы махсус хәбәрсеһе Флорида Иҫәнбаева ла индерҙе. Уның урындан ебәргән репортаждарын гәзит уҡыусылар йотлоғоп уҡығандыр, тип ышанабыҙ.
Лайыҡлы хеҙмәткә лайыҡлы баһа кәйефте күтәреп, эшкә дәрт өҫтәп ебәрә бит ул!



Вернуться назад