“Өфө” хәҙер өйҙәш түгел08.08.2015
“Өфө” хәҙер өйҙәш түгел Илдә сираттағы футбол беренселеге башланды. Рәсәй премьер-лигаһында өс уйын уҙҙы. “Өфө” клубы былтырғы миҙгелдә 16 команда араһында 12-се урын алғайны. Әле лә ике мәрәй менән шул тирәлә тапана – 11-се урында. Ике матчта тигеҙ иҫәпкә уйнаһа, береһендә еңелде.

Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендәге “Нефтсе” стадионында 1,5 миллиард һумлыҡ төҙөкләндереү эше июндә үк тамамланһа ла, хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреп бөт­мәй тигән ҡарар сығарғайнылар. Шуға күрә бығаса матчтар сит ҡалала үткәрелеп килде. Ниһайәт, юғары кимәлдәге осрашыуҙарға рөхсәт алынды! Футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов стадиондың ха­лыҡ-ара спорт сараларын ҡабул итергә тулы­һынса әҙер икәнен билдәләне.
“Нефтсе” 14 380 көйәрмәнгә иҫәпләнгән. Ҡунаҡ фанаттар өсөн айырым трибуна бул­дырылған. Әйткәндәй, бөгөн “Өфө” чемпионат лидеры “Зенит” менән көс һынаша. 200 – 600 һум торған билеттар бер-ике көн эсендә таралып та бөткән.
Уйын ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Яңы стадионда көйәрмәндәр алҡышлауы аҫтында футболсы­ларыбыҙ үҙҙәрен хужаларса тойһон, тик еңеү яулаһын!



Вернуться назад